Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2023, 07:52

Күгәрсен ерендә иҫтәлекле осрашыу

17 февралдә Аҫҡар ауыл биләмәһе башлығы Ғәни Юлдашев һәм Исламбай ауылы активтары Айыҡ ауыл-2022 республика конкурсында Күгәрсен районы данын яҡлаусы Бикбулат ауылына тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында осрашыуға барып ҡайттылар.

Күгәрсен ерендә иҫтәлекле осрашыу
Күгәрсен ерендә иҫтәлекле осрашыу

Бикбулаттар беҙҙе, яҡташыбыҙ, Бикбулат ауыл хакимиәте башлығы Сәйфуллин Илнур Миңлеғәле улы менән берлектә, ауыл осонда асыҡ йөҙ, йыр-моң яңғыратып ихлас ҡаршы алдылар.

Осрашыу Бикбулат ауылының иҫтәлекле урындары менән таныштырыуҙан башланды.

Иң беренсе мәктәп һәм балалар баҡсаһы менән танышып сыҡтыҡ. Уҡыусылар мәктәп тарихы, үҙҙәренең арҙаҡлы шәхестәре, ауылдың шәжәрәһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында ғорурлыҡ менән һөйләнеләр.

Шулай уҡ мәктәптә бик матур, бай музей эшләп килә, уның менән тарих уҡытыусыһы Баймурзина Гөлкәй Әхәт ҡыҙы таныштырып китте.

Артабан сәфәребеҙҙе Дан аллеяһына ветерандарға сәскә һалыу менән дауам иттек. Шулай уҡ оло эш алдынан фатиха алыу өсөн мәсеткә юлландыҡ. Ауылдың имам-хатибы Ғәббәсов Ғәзиз Ғәле улы беҙҙе матур итеп ҡаршы алып, ауылда иманға тартылған кешеләрҙең күп булыуы, балаларҙың күпләп мәсеткә йөрөүҙәре тураһында һөйләп үтте.

Ә инде һуңынан мәҙәниәт йортонда Бикбулат ауылы һәүәҫкәрҙәренең бай йөкмәткеле концертын ҡараныҡ. Беҙ ҙә буш ҡул менән барманыҡ, үҙебеҙҙең тәмле кустәнәсебеҙҙе, йырлы-моңло сәләмдәребеҙҙе еткерҙек.

Сара сиктәрендә шулай уҡ түңәрәк өҫтәл ҡаралған ине. “Түңәрәк өҫтәл” артындағы һөйләшеүҙә халыҡты айыҡ тормошҡа әйҙәү, сәләмәт тормошто киң йәйелдереү, үҫеп килеүсе йәш быуынға янаған хәүефтәргә юл ҡуймай дөрөҫ тәрбиә биреү, туған телебеҙҙе һаҡлау буйынса йәнле аралашыу булды. Бында һәр кем үҙ фекерен, тәҡдимен әйтә алды, тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Артабан фәһемле аралашыуҙы аш-һыуҙан һығылып торған табын янында дауам иттек. Бына шулай матур, иҫтәлекле осрашыу үтте Күгәрсен ерендә.

Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! Улар үҙ маҡсаттарына ирешкәндәрҙер тип ышанғы килә...

Ә беҙ йәнле аралашыуҙан ҡәнәғәт булып, осрашыуҙан онотолмаҫ тәьҫораттар алып һәм бер-беребеҙгә еңеүҙәр, уңыштар теләп, ҡунаҡсыл Бикбулат ауылы халҡына, был ауылда йәшәгән яҡташтарыбыҙға рәхмәттәр әйтеп, ҡайтырға сыҡтыҡ.

Күгәрсен ерендә иҫтәлекле осрашыу
Күгәрсен ерендә иҫтәлекле осрашыу
Күгәрсен ерендә иҫтәлекле осрашыу
Күгәрсен ерендә иҫтәлекле осрашыу
Күгәрсен ерендә иҫтәлекле осрашыу
Күгәрсен ерендә иҫтәлекле осрашыу
Күгәрсен ерендә иҫтәлекле осрашыу
Күгәрсен ерендә иҫтәлекле осрашыу
Күгәрсен ерендә иҫтәлекле осрашыу
Күгәрсен ерендә иҫтәлекле осрашыу
Күгәрсен ерендә иҫтәлекле осрашыу
Автор:Флүзә Әхмәтйәнова
Читайте нас: