Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2023, 14:46

Ғорур булһын ир-егет

Ваҡыт тәгәрмәсе алға тәгәрәгән һайын, тарих биттәре лә ҡалыная бара. Кисәге һалдаттар, бөгөнгө афған, чечня һуғышы ветерандары ла тарихтың сираттағы бер битенең тере шаһиттары.

Ғорур булһын ир-егет
Ғорур булһын ир-егет

13 февраль Айыҡ ауыл конкурсы сиктәрендә, "Ғорур булһын ир-егет" исемле осрашыу-кисә үтте. Кисәгә иңдәренә Афғанстанда утлы бәрелештәрҙә ҡатнашыу бурысы төшкән ветерандар Кәримов Вафир Һаҙый улы, Әхмәтйәнов Шамил Әшрәф улы һәм Чечня республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандар Аллабердин Радик Рәис улы, Мырҙағолов Заһит Нәғим улы саҡырылды.

Китапханасы Ф.Әхмәтйәнова кисәне асып:

- Бына улар, беҙҙең ветерандар... Юҡ, сәстәренә сал ҡунған, йөҙҙәрен һыр баҫҡан, бабайҙар түгел улар. Күҙҙәренән осҡон сәсеп торған, типһә тимер өҙөрлөк әҙмәүерҙәр ир-егеттәр. Беҙ бөгөн һәләк булған яугир- интернационалистарҙы иҫкә алыу ғына түгел, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыусыларға тәрән ихтирам һәм рәхмәт белдереү өсөн йыйылдыҡ, - тине.

Шулай уҡ Бөрйән район буйынса, ошо утлы нөктәләрҙә хәрби бурыстарын үтәгән яугирҙәрҙең батырлыҡтары, наградалары тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Артабан Ветерандар Советы рәисе Мырҙағолов З.Н. афған ветерандарын тәбрикләп китте. Ҡыҙыу нөктәләрҙәге мәхшәрҙе үҙ күҙҙәре менән күргәндәр һуғыш тураһында әллә ни һөйләп бармай. Улар хәтер менән йәшәй - юғалған йәшлек, юйылған тыныслыҡ, һәләк булған дуҫтар тураһындағы хәтер менән.

Ә шулай ҙа бөгөн Афған һәм Чечня ерендә интернациональ бурыстарын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан, әлеге көндә ауылда матур итеп йәшәп ятҡан ветерандарыбыҙ менән йәнле аралашыу булды. Һәр кем үҙенең афған, чечня ерендәге һалдат тормошо, ниндәй шарттарҙа йәшәүҙәре, ҡайҙа ҡанлы бәрелештә булыуҙары, наградалары турыһында һөйләнеләр, ә шулай ҙа, " Тыуған ергә, имен-аман әйләнеп ҡайтыу барлыҡ наградаларҙан да юғары бүләктер ул,- ти яугирҙәр.

Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙеләр. Һәр сығыш уҡытыусылар һәм уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән (етәксеһе - М. Аллабердина) патриотик йырҙар, шиғырҙар менән оҙатыла барҙы.

Кисә уҡыусылар башҡарауында "Һәр ваҡыт булһын ҡояш" йыры аҫтында, балалар үҙ ҡулдары менән эшләгән "ҡояш- тыныслыҡ, аяҙ күк йөҙө" символын яугир - интернационалистарҙың түшенә тағыу менән тамамланды.

Флүзә Әхмәтйәнова.

Автор:
Читайте нас: