Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2023, 10:48

1 февралдә Исламбайҙа "Уҡытыусы - бөйөк исем" аҫтында осрашыу-кисә үтте.

Кисәгә Исламбай мәктәбе уҡытыусылары, ветеран уҡытыусылар, ошо мәктәптә төрлө йылдарҙа беҙҙең балаларға белем биргән һәм әлеге көндә лә уҡытыусы һөнәренә тоғро ҡалып, төрлө тарафтарҙа эшләп йөрөүсе уҡытыусылар саҡырылды.

1 февралдә Исламбайҙа "Уҡытыусы - бөйөк исем" аҫтында осрашыу-кисә үтте.
1 февралдә Исламбайҙа "Уҡытыусы - бөйөк исем" аҫтында осрашыу-кисә үтте.

Әлбиттә, саҡырылған ҡунаҡтарҙың барыһы ла кисәгә килә алманы, шулай ҙа, улар беҙҙең саҡырыуға яуапһыҙ ҡалманылар, сәләмдәрен аудио яҙма һәм хаттар аша ебәргәндәр ине. Рәхмәт уларға, тыңлап, уҡып ҡыуандыҡ.

Кисә балаларҙың сығышы менән башланып китте. Мәктәптә эшләп килгән “Робототехника" түңәрәге етәксеһе Ғәлиуллин Рамаҙан Сәбирйән улы ошо түңәрәктә шөғөлләнеүсе балаларҙың асыштары, уңыштары тураһында һөйләп китте. Уҡыусылар үҙҙәре эшләгән роботтары менән таныштырып, һөнәрҙәрен курһәтеп киттеләр. Районда ғына түгел, республика кимәлендә үткән төрлө конкурстарҙа юғары уңыштарға өлгәшә уҡыусылар.

Артабан һүҙ саҡырылған ҡунаҡтарға бирелде. Исламбай мәктәбендә уҡытып киткән, әлеге көндә Ғәлиәкбәр ауылында ғүмер итеүсе ветеран уҡытыусы Ғүмерова Фәйрүзә Һаҙый ҡыҙы үҙенең мәктәптә эшләү дәүерендәге хәтирәләре менән уртаҡлашты.

“Күңелемдә тик яҡты иҫтәләктәр генә һаҡлана”, - ти ветеран уҡытыусы. Шулай уҡ хаҡлы ялдағы уҡытыусы Ғәлиуллина Раҡия Зиннур ҡыҙы, Иҫке Собханғол төп белем биреү мәктәбе уҡытыусылары Ғәлиуллина Әҡлимә Әхмәҙи ҡыҙы, Арсланғужина Гөлзирә Таһир ҡыҙы, Рәхмәтуллина Минзәлә Таһир ҡыҙы һәм Аҫҡар урта мәктәбе уҡытыусылары Мырҙабулатова Гөлнур Әйүп ҡыҙы, Әбдулғәзизова Филиә Рәис ҡыҙы мәктәптә уҡытып киткән осорҙарын матур, яҡты иҫтәлектәр менән иҫкә алдылар.

Исламбай мәктәбендә 30 йылдан артыҡ уҡытҡан абруйлы уҡытыусы (10 йыл директор вазифаһын башҡарҙы) Ғәлиуллина Рәмзиә Сәлимйән ҡыҙының да әйтәһе һүҙҙәре, яҡты иҫтәлектәре , ҡыҙыҡлы ваҡиғалары күп ине. Белем усағы тигән серле бүлмәгә тәүге булып ишек асҡан, ғилем тауының баҫҡыстары буйлап етәкләп юғарыға мендергән беренсе уҡытыусыһын бер кем дә иҫенән сығармайҙыр.

Эйе, ысынлап та шулай. Минзәлә Таһир ҡыҙына бынан 20 йыл элек уҡытҡан уҡыусылары, беҙҙе апай тауышыбыҙҙан танырмы икән тип, видеояҙма эшләп ебәргәндәр ине... Ә һеҙ ышанаһығыҙмы?! Таныны. Беренсе тыңлауҙа уҡ! Бына шулай яҡты хәтирәләрҙе иҫкә төшөрөп, йылы аралашыу, йыр- моң менән үрелеп барған кисә барыһына ла оҡшаны.

Хөрмәтле уҡытыусылар! Балаларға биргән төплө белемегеҙ, матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм сыҙамлығығыҙ оло хөрмәткә лайыҡ.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

Автор: Флүзә Әхмәтйәнова

Автор:
Читайте нас: