Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2023, 23:15

Республикала «Айыҡ ауыл» конкурсын үткәреү ваҡыты үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» республика конкурсын үткәреү ваҡыты күсерелде. Конкурстың положениеһындағы үҙгәрештәр хөкүмәт ҡарары менән раҫланған һәм рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Республикала «Айыҡ ауыл» конкурсын үткәреү ваҡыты үҙгәрҙе
Республикала «Айыҡ ауыл» конкурсын үткәреү ваҡыты үҙгәрҙе

Документтан күренеүенсә, хәҙер конкурс быйыл 1 августан киләһе йылдың 30 апреленә хәтлем ике этапта ойошторола.

Беренсе муниципаль этап ағымдағы йылдың 1 авгусынан 30 ноябренә тиклем үткәрелергә тейеш. Икенсе республика этабы — ағымдағы йылдың 1 декабренән киләһе йылдың 30 апреленә ҡәҙәр.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса конкурста 54 район (республика райондарының 100%) һәм 1 537 ауыл (республика ауылдарының 34%) ҡатнашҡан. Ике меңдән ашыу спорт һәм күмәк саралар үткәрелгән. Меңдән ашыу ирекмән һәм 37 мең активист йәлеп ителгән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән 2020 йылдан конкурстың бүләк фонды утыҙ тапҡырға — 1,4 миллиондан 40 миллион һумғаса арттырылды. Алты миллион һум күләмендәге иң ҙур приз «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында еңеүсегә тапшырыла. Номинацияла еңеүселәргә 5, 4 һәм 3 миллион һум түләнә.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы

Автор:
Читайте нас