

Тормош иптәше Шәкир Зәкир улы Салауатов менән балаларына, килене, кейәүенә иң Яҡшы әсәй - атай, ҡәйнә - ҡайны, ейән-ейәнсәрҙәренә матур өләсәй һәм олатай булып, кешеләргә шатлыҡ өләшеп, матур йәшәнеләр улар. Улы Айнур Шәкир улы Салауатов - район электр селтәрҙәре ойошмаһы начальнигы, район Советы депутаты. Матур ғаилә ҡороп, тормош юлдашы Байназар ҡыҙы Ирина менән район үҙәге Иҫке Собханғолда ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙы Рәзилә Шәкир ҡыҙы Салауатова Өфөлә телевидениела эшләй. Тормош иптәше Руслан Шайхетдинов менән Батырхан менән Баязит исемле ике ул тәрбиәләйҙәр.
Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы - бөгөнгө көндә Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙары советы Президиумы рәисе һәм район башҡорттары Ҡоролтай башҡарма комитеты ағзаһы булып уңышлы эшләй. Район ветерандары рәисе йөгөн дә 4 йыл уңышлы алып барҙы.
Рәмилә Фәхретдиновна - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, " Иң яҡшы муниципаль берәмек етәксеһе " республика конкурсы еңеүсеһе. Заманында Байназар, Иҫке Собханғол, Ғәҙелгәрәй мәктәптәрендә биология, химия фәндәре уҡытыусыһы, оҙаҡ йылдар Иҫке Собханғол мәктәбе директоры , Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы булып, маҡталып эшләне. Бөтәбеҙҙең яратҡан уҡытыусыбыҙ, етәксебеҙ. Уҡыусылары араһында уның юлын һайлағандар бик күп. Ысын-ысындан үҙ һөнәренә һөйөү уята алған уҡытыусы, тип беләбеҙ Рәмилә Фәхретдиновнаны. Әле лә ул йәп-йәш, матур....
Баш ҡаланың "Торатау" Конгресс-холл бинаһында үткән V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында делегаттар алдында сығыш яһағанда, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров:
-Башҡортостан Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан. Шуға күрә беҙҙә көнсығыштың һәм көнбайыштың иң яҡшы өлгөләренең булыуы осраҡлы түгел. Нимә менән шөғөлләнһәк тә әхлаҡлы, белемле, аҡыллы кешеләр, үҙ эшебеҙҙең оҫтаһы булып ҡалырға, һәр һүҙебеҙ һәм ҡылығыбыҙ менән башҡорт халҡының бөйөклөгөн арттырырға кәрәк. Баһалап бөткөһөҙ мәҙәни мираҫыбыҙҙы белергә һәм хөрмәт итергә тейешбеҙ, - тигәйне.
Радий Фәрит улының ошо әйткән киң мәғәнәле өндәмә һүҙҙәрен Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙар Советы Президиумы рәисе Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы Салауатова етәкселегендә районыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары девиз итеп алып, районда олуғ эштәр башҡара. Район, ауыл хакимиәттәре, йәмәғәтселек ойошмалары Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар Союзы рәисе, Дәүләт, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтай депутаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премияһы лауреаты, Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен киң йәйелдереп, Союздың әләмен һәр саҡ юғары тотоусы Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова менән уртаҡ тел табып, һәр саҡ эшлекле бәйләнештә булып, ҙур теләк менән матур эштәр башҡара Рәмилә Фәхретдиновна Салауатова. Берҙәм йортта бәрәкәт бар, тигәндәй, бөрйәндәр эшсән бал ҡорттарындай тырыштар. Эшләнгән эштәр бик күп. Ауыр хәлгә ҡалыусы кешеләргә ярҙам итеү, ғаилә ҡиммәттәрен һәм сәләмәт тормошто пропагандалау, шулай уҡ әсәлекте һаҡлау, атайҙарҙың, ир-егеттәрҙең ролен күтәреү ҡатын-ҡыҙҙар Советы эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып тора.
- Урындағы властарҙың ярҙамы тос булғас, ҡатын-ҡыҙҙарҙың эшләргә теләге лә ҙур. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева һәр башланғысыбыҙҙы хуплап, ярҙам итеп, хәстәрлектәренән айырмайҙар. Етәкселәр менән берҙәмлектә эшләйбеҙ, -ти Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы.
Әйткәндәй, Рәмилә Салауатова дилбегәне ныҡ тота. Бер ҡулында - перәник, икенсеһендә - ҡай саҡ йоҙороҡ. Икенсеһе дөрөҫ юлдан тайпылыбыраҡ киткәндәргә, әлбиттә. Быны инде тәрбиә сараһы итеп аңларға кәрәктер. Р. Ф. Салауатованың районда белмәгән кешеһе, ғаиләһе юк. Әленән-әле ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәистәре семинарҙарын үткәреп, Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы кәңәш-төңәш итеп, Совет ағзалары менән барып, һәр проблеманы урындарға барып ҡарап, уртаға һалып һөйләшеп,
ынғайламаған хәлде лә яҡшы яҡҡа үҙгәртеүгә өлгәшә. Районда ҡатын-ҡыҙҙар Советы үҙенең йәнлелеге менән күңелде арбап, бик яҡшы эштәр башҡара. Йәмәғәт ойошмаһының йоғонтоһо бик ҙур һәм һөҙөмтәле, ҡыуаныслы. Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙарын бөтөнөһөн бергә туплап, берләштереп, һәр беребеҙҙең йәшәйеш хәл-торошобоҙҙо белеп, һәр беребеҙгә кәрәк икән ярҙам итеүсе, кәрәк икән аҡыл - кәңәш биреүсе Бөрйән ҡатын-ҡыҙҙар Советы Президиумы рәисе Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы Салауатовабыҙҙы бөгөнгө гузәл ғүмер байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!!!
Ғүмер байрамығыҙ мөбәрәк булһын!!!