Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2023, 06:05

Хаҡлы ялда ла уҡытыусы булып ҡалды ул...

Ауылым уңғандары араһынан Шәрәфуллина Ғәлимә Фауариз ҡыҙы айырым иғтибарға, ихтирамға лайыҡ шәхес. Сөнки ул бөтә ғүмерен ер йөҙөндәге иң изге һөнәргә бағышлаған. Уҡытыусы ул! Бәләкәй генә кәүҙәле, теремек был инәйҙең ауыл урамынан йүгерә-атлай килеүенә бөтә ауыл халҡы һоҡланалыр.

Хаҡлы ялда ла уҡытыусы булып ҡалды ул...
Хаҡлы ялда ла уҡытыусы булып ҡалды ул...

Ул һәр ваҡыт халыҡ араһында. Кешегә һәр саҡ ярҙамсыл, үҙенең аҡыллы кәңәштәрен биреүсе лә ул.

Шәрәфуллина Ғәлимә Фауариз ҡыҙы 1940 йылдың 15 сентябрендә донъяға килә. 1948 йылда 1-се класҡа уҡырға бара. Баймаҡ районы Билал ауылында 7 класты тамамлағандан һуң, Әбйәлил районы Асҡар ауылында белем ала.

Артабан, тыуған районы Байназар мәктәбендә 10 класты тамамлай .

- 1959 йылдың 28 июнендә Байназар урта мәктәбен тамамлау тураһында аттестат алып ҡайттым да, иртәгәһенә, артелгә хисапсы-кассир булып эшкә төштөм,- ти ул.

Ә инде 1960 йылда артель тарҡалғас, теремек һәм эшһөйәр ҡыҙҙы ауыл клубына китапханасы итеп тәғәйенләйҙәр. Ул ваҡытта китапты ҡайҙан етте шунан үҙҙәре йүнләп алып ҡайталар. Башҡорт телендәге китаптарҙың аҙ булыуы Ғәлимә инәйҙе ныҡ борсой.

“Башҡорт яҙыусыларының тыйылған әҫәрҙәрен йәшерен генә йыйылышып, ҡысҡырып уҡый торғайныҡ,- тип хәтерләй ул.

-Күп башҡорт әҫәрҙәрен уҡыу ҡаты тыйыла ине”. Дәртле ҡыҙҙың йөрәк ялҡынынан мәҙәниәт усағы дөрләп тора. Кисәләр, концерттар ойошторола, драмалар сәхнәләштерелә. Йәштәр менән бергә мәктәп уҡыусыларын да клубҡа ылыҡтыра. Билалов Фәрит, Шәрипова Миңлеямал, Ишемғужина Сәрүәр, Дәүләтбирҙин Сәлих ағайҙар халыҡ рухын күтәреүҙә ныҡ ярҙам итәләр уға.

Ҡолғана ауылы егете Мөхәмәтов Рәжәп Моратша улына кейәүгә сыҡҡас та тормош мәшәҡәттәренән өҫтөн булып, һәр ерҙә беренсе булып йөрөй ул. Рәжәп апа менән биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Һәр балаһы тормошта үҙ урынын табып, бәхетле йәшәй. Ейән-ейәнсәрҙәренә ҡарап һоҡланып бөтә алмай ул. Уның тормошон дауам иттереүселәр - балалары, ейәндәре бар.

Эш менән үткән ғүмер Тыңғы белмәҫ күңеле мәктәпкә, балалар янына тартыла. Шул ғүмерҙән алып бөтә ғүмерен балаларға бағышлай ул. Яратҡан эше илһамландыра, көс-дәрт өҫтәй. 1965 -1969 йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында ситтән тороп белем ала. 1963 йылдан 1969 йылға тиклем Ҡолғана мәктәбендә, 1969 – 1998 йылдарҙа Килдеғол мәктәбендә башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. Ошо эш дәүерендә Ғәлимә апай ауылдың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәй. 1959 – 1998 йылдар арауығында депутат, депутаттар төркөмө етәксеһе, ҡатын – ҡыҙҙар советы рәйесе, иптәштәр суды рәйесе, һайлау комиссияһы рәйесе, ветерендар советы етәксеһе булып йөрөй. Шул уҡ ваҡытта агитаторлыҡ эше, коммунистарҙы уҡытыу ҙа Ғәлимә апайға йөкмәтелә.

Мөмкинлек булғанда район “Таң” гәзитенә мәҡәләләр ебәрергә лә өлгөрә ул. Быларҙан тыш, Ғәлимә апай район, республика күләмендә үткәрелгән сараларҙа ла ҡатнашырға ваҡыт таба. 1960 йылда комсомол, республика ҡатын – ҡыҙҙар съездарында, 1987 йылда уҡытыусылар съезында, 1991 йылда ҡатын-ҡыҙҙар конференцияһында ҡатнаша. Тынғыһыҙ уҡытыусы һәр ваҡыт әүҙем тормош алып бара. Ҡарағай – ҡыпсаҡ ырыуы йыйында ҡатнашыу, “Ауыл көнө”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Сәскәләр” байрамы, Шәжәрә байрамында ойоштороу тиһеңме, клуб сәхнәһендә “Кейеҙ баҫыу”, “Бала һатып алыу” “Өй туйлау”, “Риттәттүк” һ.б бик күп йолалар сәхнәләштереүме – быларҙың барыһында ла Ғәлимә Фауариз ҡыҙының эше баһалап бөткөһөҙ.

Уҡыусылар менән берлектә “Йома сәйе”, ололар менән Ҡорбан, Ураҙа, “Ҡаҙ өмәһе” байрамдарын, район күләмендә үткәрелгән “Халҡым гәүһәрҙәре” фольклор байрамында , “Йәш беҙҙең күңелдәр” фестивалендә ҡатнашыу… Ауылда үткән йылға буйҙарын, ауылдың тирә-яғын, зыяратты таҙартыу буйынса үткәрелгән өмәләрҙә Ғәлимә инәй - төп ойоштороусы.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та тынып ҡалмай Ғәлимә апай. Уны ветерандар советы рәйесе итеп һайлап ҡуялар. Ул, үҙ нәүбәтендә, һүнеп ҡалған ҡатын -ҡыҙҙар ойошмаһын тергеҙеп ебәрә.

Ә 2004 йылда ауыл мәҙәниәт йортонда “Умырзая” фольклор ансамблен ойоштора. Ғәлимә апай ҡул эштәре эшләргә лә ваҡыт табып өлгөрә. Ул үҙ ҡулдары менән 5 ҡашмау, 3 селтәр, 2 камзул һәм бик күп ҡул эштәре эшләгән. Был эштәргә күпме күҙ нуры түгелгән һәм күңел йылыһы һалынған. Хеҙмәтенә күрә хөрмәте. Бөйөк эшеңде ололап, Хаҡ баһаларын бирәм. Уҡытыусым, һинең алда Мин башымды эйәм! Ғәлимә апайҙың тырыш хеҙмәте күп тапҡырҙар Маҡтау ҡағыҙҙары, ял йорттарына юлламалар, ҡиммәтле бүләктәр менән баһалана.

1986 йылда мәғариф бүлеге Красноусол шифаханаһына, 1992 йылда профсоюз ойошмаһы Ҡараташ шифаханаһына юллама бүләк итә. 1984 йылда уға “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, 1990 йылда “Хеҙмәт ветераны” исеме бирелә. “РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы” исемен дә йөрөтә Ғәлимә Фауариз ҡыҙы.

Ғәлимә апайҙың уҡыусылары төрлө уҡыу йорттарын тамамлап, хужалыҡтың төрлө тармаҡтарында эшләй. Эштәре һәм тормоштары менән дә уҡытыусыларының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйҙәр. Шулай булмай, Ғәлимә апай улар өсөн, ана шул юғарылыҡҡа күтәрелеү өсөн аҙ көс түкмәгән бит! Мәктәп тәрбиәһе ғаиләнән, урамдан, йәшәгән урындан башланыуын аңлап, тотош ауылға тәрбиәүи йоғонто яһаған уҡытыусы ул. Был йәһәттән Ғәлимә апай Шәрәфуллинаны ысын мәғәнәһендә халыҡ уҡытыусыһы тип атарға тулы хаҡыбыҙ бар.

(Килдеғол ауыл китапханаһы төркөмөнән).

Автор:
Читайте нас: