Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ғинуар 2023, 19:15

"Үҫеш нөктәһе"нән яңы үрҙәргә

2021 йылдан алып Исламбай мәктәбендә "Мәғариф" милли проектының "Заманса мәктәп" федераль проекты сиктәрендә булдырылған "Үҫеш нөктәһе" үҙәге уңышлы эшләп килә.

"Үҫеш нөктәһе"нән яңы үрҙәргә
"Үҫеш нөктәһе"нән яңы үрҙәргә

Был үҙәктәге эш "Физика", " Химия", "Биология" фәндәре буйынса өс йүнәлештә алып барыла.

Уҡытыуҙан тыш өҫтәмә белем биреү ҙә ошо йүнәлештә ойошторолған. Тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлеш буйынса килгән яңы заманса ҡорамалдар: һанлы лабораториялар, тәжрибә үткәреү өсөн ҡорамалдар, ноутбуктар, робототехника буйынса йыйылмалар уҡыусыларға төплө белем алыуҙа мөмкинлектәр асты.

"Үҫеш нөктәһе" үҙәгендә шөғөлләнеүселәр төрлө ҡаҙаныштары, еңеүҙәре менән әленән-әле ҡыуандырып торалар. 2021-2022 уҡыу йылында уҡыусылар робототехника буйынса (етәксеһе: Гәлиуллин Р. С.) район кимәлендә генә түгел, ә республика кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа призлы урындар алыуға өлгәштеләр.

Өфөлә үткән "Робофинист" республика чемпионатында мәктәп командаһы II урын, "РобоКод" ярышында I урын, "Робоһабантуй-2022" фестивалендә II урын яуланылар. Бынан тыш, төрлө уйын категорияһы буйынса уҡыусылар айырым призлы урындар алып, иҫтәлекле бүләк - грамоталар менән бүләкләнделәр.

Яңы уҡыу йылы ла робототехника яратыусы уҡыусылар өсөн уңышлы башланып китте. Улар Бөрө ҡалаһында уҙғарылған VI Халыҡ - ара "Ҙур ярыштар-2022" ярышында "Воздушное Сумо" буйынса -I , " Эстафета"ла III урын алып ҡайттылар.

"Үҫеш нөктәһе" артабан үҫергә, яңы үрҙәргә менергә ярҙам итеренә ышанысыбыҙ ҙур.

Автор: "Үҫеш нөктәһе" етәксеһе Таңсулпан Ғәбиҙуллина

"Үҫеш нөктәһе"нән яңы үрҙәргә
"Үҫеш нөктәһе"нән яңы үрҙәргә
"Үҫеш нөктәһе"нән яңы үрҙәргә
"Үҫеш нөктәһе"нән яңы үрҙәргә
"Үҫеш нөктәһе"нән яңы үрҙәргә
Автор:
Читайте нас: