Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ғинуар 2023, 18:03

Быуындар бәйләнешен һаҡлай

Тыныс тормош өсөн көрәш алып барған инәй-олатайҙарыбыҙ сафы кәмей бара. Ләкин уларҙың башҡарған эштәре оло тарихи ваҡиғалар булып һаҡланып ҡала.

Быуындар бәйләнешен һаҡлай
Быуындар бәйләнешен һаҡлай

Шуның өсөн дә беҙгә, йәш быуын вәкилдәренә, уларҙы онотмаҫҡа, хәтерләргә, хөрмәт итергә һәм ғорурланырға кәрәк.

Ауылдың иң оло кешеһе, 91 йәшлек Ғәлиуллина Зөлхизә Зиннәт ҡыҙы Исламбай ауылында тыуып үҫеп, ошо ауылда ғүмер итә. Тыл һәм хеҙмәт ветераны Зөлхиза инәй бала сағынан алып хеҙмәт кешеһе булараҡ таныла. Ул һуғыш йылдарының тыл яландарында барған көрәштең әсе-сөсөһөн татыған кеше.

Зөлхизә һәм Йомағужа Гәлиуллиндар бергә 50 йылға яҡын ғүмер итеп, 10 бала үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олатай яҡты донъя менән иртә хушлаша.

Бөгөнгө көндә 91 йәшлек ил инәһе төшөнкөлөккә бирелмәй, ғаиләһенең киләсәген хәстәрләп йәшәй.

Әлеге ваҡытта өләсәй улдары, килендәре, ейәндәре, бүләләре хәстәрлеге аҫтында матур донъя көтә. Ауылдаштары ла, туғандары ла, ауыл хакимиәте лә йыш ҡына хәлен белешеп, ярҙам итеп торалар. Күҙ йәштәре аша шатлыктары менән уртаҡлашып, һәр кемгә ҙур рәхмәтен еткереп, тыныслыҡ, именлек теләп ултыра өләсәй.

Быуындар бәйләнешен һаҡлай белгәне, ил алдындағы оло хеҙмәте өсөн инәйебеҙгә оло рәхмәтлебеҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, сикһеҙ бәхетле көндәр һәм тағы ла күп йылдар ғүмер миҙгелдәре теләйбеҙ!

АЙЫҠ АУЫЛ -2022. Исламбай ауылы төркөмөнән

#Всемирныйкурултайбашкир #Бөтәдоньябашҡорттарыҡоролтайы #Бөрйәнбашҡорттарыҡоролтайы #Айыҡауыл2022#Трезвоесело2022 #Көнитмешебеҙ#Исламбаево

Быуындар бәйләнешен һаҡлай
Быуындар бәйләнешен һаҡлай
Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: