Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ғинуар 2023, 09:40

Яңы страховкалау офисы асылды

Иҫке Собханғол ауылында яңы страховкалау офисы асылды. Офис Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 27А адресы буйынса эшмәкәрлек иткән “OZON интернет-магазины” бинаһының икенсе ҡатында урынлашҡан.

Яңы страховкалау офисы асылды
Яңы страховкалау офисы асылды

Быға тиклем “Виатек” яуаплылығы сикләнгән йәмәғәт ойошмаһының Иҫке Собханғол ауылындағы М. Ғафури урамында урынлашҡан филиалында документтарҙы теркәү, страховка эшен алып барыусы оператор булып эшләгән Регина Фәйзуллина бөгөнгө көндә үҙенең яратҡан эшен яңы, йылы бинала башланы.

- Страховкалау буйынса төрлө йүнәлештә эшләйбеҙ. Халыҡҡа транспорттың бөтә төрҙәренә (еңел автомобиль, йөк ташыу машиналары, тракторҙар, такси һ.б.) автогр ажданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау (ОСАГО), кредитта һәм кредитта булмаған автомо билдәргә КАСКО (урланғанда һәм транспорт саралары төрлө зыян күргәндә зыянды ҡаплаған ирекле страховкалау полисы), мөлкәтте (йортто, фатирҙы, ипотеканы) страховкалау, бәхетһеҙ осраҡтарҙан страховкалау (эшселәрҙе, балаларҙы, мәктәп уҡыусыларын, спортсыларҙы, туристарҙы һәм башҡаларҙы), ауырыуҙарҙан, талпан тешләүҙән стр аховкалау, транспорт сараларын һатып алыу-һатыу килешеүҙәре төҙөү, водитель таныҡлығын алыу йәки алмаштырыу, автомобилде иҫәптән төшөрөү һәм рәсми теркәү буйынса электрон “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ЮХХДИ-ға ғариза биреү, шулай уҡ, күсермә яһау, матбуғат хеҙмәттәре һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ.

Бөгөнгө көндә беҙ “Росгосстрах”, “Альфастрахование”, “Ресо”, “ВСК”, “Астро-Волга”, “Ингосстрах” һәм башҡа алдынғы страховка компаниялары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.

Страховканы офисҡа килеп тормайынса ғына иҫәпләү һәм рәсмиләштереү мөмкинлеге бар. Бының өсөн 89378364838 телефон һандарына шылтыратырға, йә булмаһа, WhatsApp ҡушымтаһы аша яҙып мөрәжәғәт итеү һәм тейешле документтарҙы ебәреү ҙә етә. Беҙҙең шулай уҡ интернет селтәрҙәрендәге “Бәйләнештә” төркөмөбөҙ бар. https://vk.com/osagostarosub  һылтанмаһы аша үтеп, страховкалау тураһында яңылыҡтар, акциялар тураһында белергә мөмкин, - тип страховкалау эше менән таныштырҙы Регина Рәмил ҡыҙы.

-Офис эш көндәрендә иртәнге 09:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем эшләй, төшкө аш ваҡыты 13:00 сәғәттән 14:00 сәғәткә тиклем. Шәмбе һәм йәкшәмбе - ял көндәре.

Белеүегеҙсә, закон буйынса ОСАГО (автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау) полисы булмай тороп, транспорт сараһы менән идара итеү һәм уны иҫәпкә ҡуйыу тыйыла. Мотлаҡ страховкалауҙың төп бурысы - зыян күргән яҡҡа юл-транспорт ваҡиғаһынан күрелгән зыянды ҡаплау. Аварияла ғәйепле ОСАГО буйынса компенсация алмай, ләкин уның страховка компанияһы юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән ҡатнашыусыға күрелгән зыянды ҡапларға тейеш. Транспорт сараларын ваҡытында страховкаларға онотмағыҙ.

 

Яңы страховкалау офисы асылды
Яңы страховкалау офисы асылды
Яңы страховкалау офисы асылды
Яңы страховкалау офисы асылды
Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: