Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2023, 19:08

Исламбайҙа шаулап-гөрләп "Ҡышҡы ғаилә уйындары" байрамы үтте

"Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә Исламбайҙа шаулап-гөрләп "Ҡышҡы ғаилә уйындары" байрамы үтте. Ярыштарҙа ҡатнашыусы ғаиләләр өсөн "ауырып" торорға халыҡ күп кенә йыйылғайны.

Исламбайҙа шаулап-гөрләп "Ҡышҡы ғаилә уйындары" байрамы үтте
Исламбайҙа шаулап-гөрләп "Ҡышҡы ғаилә уйындары" байрамы үтте

Мәртәбәле ҡунаҡтар, "Башҡортостан" гәзите хәбәрселәре һәм ауыл биләмәһе башлығы Юлдашев Ғәни Ғәли улының байрамға килеүе ҙур ҡыуаныс, дәрт һәм әүҙемлек өҫтәне.

Аҫҡар ауыл хакимиәте башлығы, байрамды тантаналы асып, уйында ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

Физкультура уҡытыусыһы Әхмәтйәнов Руслан Рамаҙан улы уйын шарттары менән таныштырып киткәндән һуң, 7 команданан торған ғаиләләр, етеҙлектә, берҙәмлектә һәм викторина һорауҙарында үҙ- ара көс һынашты.

Ғәҙәттәгесә өҫтәлдә ҡайнар самауыр шыжлап үҙенә саҡырып ултырҙы.Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан йылы сәй ойошторолдо.

Ярыш булғас, уның еңеүсеһе һәм еңелеүсеһе була: Һәр ярыш төрөндә әүҙемлек күрһәткән, Мырҙағоловтар ғаиләһе 1-се урынға, 2-се урынға Хафизовтар ғаиләһе, 3-сө урынға Хәйбуллиндар ғаиләһе сыҡты.

Еңеүселәр "Маҡтау ҡағыҙҙары", миҙалдар менән бүләкләнде.Ҡалған ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманылар, уларға "рәхмәт хаттары" һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Ауылда үткән һәр спорт ярыштарын дөрөҫ һәм ғәҙел баһалап, яҡшы итеп ойоштороп йөрөүсе физкультура уҡытыусыһы Әхмәтйәнов Руслан Рамаҙан улына, ҡатын -ҡыҙҙар, Ағинәйҙәр ойошмаһына, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, ярыштарҙа әүҙем ҡатнашҡан ғаиләләргә һәм барлыҡ ауылдаштарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Алда беҙҙе тағы күп төрлө саралар көтә, барығыҙҙы ла әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Төрлө һынауҙар аша беҙ еңеп сығырбыҙ. Беҙ бергә!!!! Тик алға һәм алға!!!

АЙЫҠ АУЫЛ -2022.Исламбай ауылы

#Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы #Всемирныйкурултайбашкир #Бөрйәнбашҡорттарыҡоролтайы #Трезвоесело2022#Айыҡауыл2022 #Курултай#Ҡоролтай#Исламбаево

Исламбайҙа шаулап-гөрләп "Ҡышҡы ғаилә уйындары" байрамы үтте
Исламбайҙа шаулап-гөрләп "Ҡышҡы ғаилә уйындары" байрамы үтте
Исламбайҙа шаулап-гөрләп "Ҡышҡы ғаилә уйындары" байрамы үтте
Исламбайҙа шаулап-гөрләп "Ҡышҡы ғаилә уйындары" байрамы үтте
Исламбайҙа шаулап-гөрләп "Ҡышҡы ғаилә уйындары" байрамы үтте
Автор:
Читайте нас: