Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2023, 16:44

Исламбайҙар Бөрйән данын лайыҡлы яҡларға әҙер!

«Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсында Бөрйән районы данын Исламбай ауылы халҡы яҡлай. Улар был бәйгенең муниципаль этабында инде өсөнсө тапҡыр ҡатнашҡан, быйыл гран-при яулауға өлгәшкән.

Исламбайҙар Бөрйән данын лайыҡлы яҡларға әҙер!
Исламбайҙар Бөрйән данын лайыҡлы яҡларға әҙер!

Бында социаль учреждениелар гөрләп эшләп тора. Аҫҡар урта мәктәбенең Исламбай филиалы уҡыусыларының, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең күп булыуы, йылдан-йыл арта барыуы - ауылда демографик хәлдең яҡшылығына, халыҡтың үҙ ерендә тамырҙарын нығытып, алға ынтылып йәшәүенә дәлил.

Ауылда төрлө һөнәр эйәләре, эшҡыуарҙар күп. Мәҫәлән, сабата үреү оҫтаһы, 91 йәшлек Әхтәм Хәйбуллин әле булһа мал тота, үҙе салғы менән бесән саба, утын яра, баҡса тултырып йәшелсә үҫтерә, машина йөрөтә. Мәктәпкә уҡыусылар менән осрашыуҙарға ла ихлас йөрөй ул.

Бында солоҡсо Морат Бирҙеғолов, һигеҙ һауын һыйыры аҫрап, һөт эшкәртеп, файҙаһын күрә белгән Мәрғиә һәм Тәлғәт Ғәлиуллиндар, алты балалы Розалина һәм Айсыуаҡ Хәйбуллиндар һәм башҡа бик күп ғаиләләр төрлө яҡлап өлгө күрһәтеп, тыуған төйәген ихлас яратып, уның киләсәген хәстәрләп йәшәй. Исламбайҙа урындағы шәхси эшҡыуарҙар асҡан дүрт магазин эшләй. Уларҙа хәмер һатылмай. Ғөмүмән, был ауыл халҡы өсөн электән үк яман ғәҙәттәр ят.

Ошо көндәрҙә Исламбайҙа Ғаилә байрамы үтте. Урам буйында уҙғарылған күңелле ярыштарҙа ғаиләләр ихлас ҡатнашты. Сараға килгән һәр кемде инәйҙәр самауыр сәйе, тәмлекәстәр менән һыйланы. Билдәле булыуынса, «Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарыла.

(Резеда Шәңгәрәева фотолары һәм видеояҙмаһы).

https://vk.com/wall-109622739_59758 

#курултай #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #АйыҡАуыл2022 #ТрезвоеСело2022 #БөрйәнРайоны #БурзянскийРайон

 

Исламбайҙар Бөрйән данын лайыҡлы яҡларға әҙер!
Исламбайҙар Бөрйән данын лайыҡлы яҡларға әҙер!
Исламбайҙар Бөрйән данын лайыҡлы яҡларға әҙер!
Исламбайҙар Бөрйән данын лайыҡлы яҡларға әҙер!
Автор:
Читайте нас: