

- Закон махсус хәрби операцияла һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән, - тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Тораҡ пункттарҙа торлаҡ төҙөү йәки шәхси хужалыҡ алып барыу өсөн ер участкалары булған һәләк булған яугирҙарҙың тол ҡатындары йәки ата-әсәләре, уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусылар үҙ ихтыяждары өсөн ағас әҙерләүҙең өҫтөнлөклө хоҡуғына эйә.
Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы торлаҡ төҙөүгә ғаилә (айырым йәшәүсе граждан) 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометрға тиклем эш ағасы алыу мөмкинлегенә эйә. Торлаҡ йортто ремонтлауға биш йылға бер тапҡыр 25 кубометрға тиклем ағас тейешле. Ихата ҡаралтыларын төҙөүгә - биш йылға бер тапҡыр 50 кубометрға тиклем. Шулай уҡ йорт алды ҡаралтыларын ремонтлау һәм йылытыу өсөн ағас алыу нормативтары билдәләнгән.
Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, торлаҡ төҙөү һәм ремонтлау өсөн ағас алыуға бөтәһе 12 мең ғариза бирелгән. Ике мең ғариза биреүсе - тәү сиратта ағас алыуға дәғүә итеүсе льготалылар. Льготалылар иҫәбенә махсус хәрби операцияла һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләре лә индерелгән.
Бынан тыш, закон менән республика дәүләт власы органдарының ағас ҡабул итеү, эшкәртеү һәм тейәп оҙатыу пункттары эшмәкәрлеге тәртибен билдәләү буйынса вәкәләттәренә ҡағылышлы айырым положениелар көйләнде.
Белешмә:
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән саралар комплексы әҙерләнә һәм тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, алдараҡ закондар ҡабул ителгәйне, уларға ярашлы:
- махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар (йәки уларҙың ғаилә ағзалары) 2023 йылда 2022 йыл өсөн транспорт һалымын түләүҙән азат ителә;
- махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар (йәки уларҙың ғаилә ағзалары), булған фатирҙарының майҙанына ҡарамаҫтан, Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды аша баҙар хаҡынан түбәнерәк хаҡҡа торлаҡ алыу хоҡуғына эйә була;
- махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары кәрәк булған осраҡта ярым стационар формала һәм өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр алыу мөмкинлегенә эйә (мәҫәлән, олатай менән өләсәй, эшкә һәләтһеҙ йәштәге ата-әсәләр, инвалид бала һәм башҡалар).
Фото: из сайта Молодежной газеты
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай (Рәсми мәғлүмәт порталы)