Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2022, 19:46

Башҡортостан Башлығы операциянан һуң үҙенең хәле тураһында хәбәр итте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, «Тура бәйләнеш» барышында биргән тәүге һорауҙарҙың береһенә яуап биреп, үҙенең хәле тураһында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы операциянан һуң үҙенең хәле тураһында хәбәр итте
Башҡортостан Башлығы операциянан һуң үҙенең хәле тураһында хәбәр итте

«Һаулыҡ һәйбәт. Минең тубығыма операция яһалды. Был хоккей йәрәхәте булды», - тип хәбәр итте Радий Хәбиров.

Уның һүҙҙәренсә, әле реабилитациялау осоро бара, артыҡ хәрәкәттәр яһарға кәңәш ителмәй.

«Ләкин кәйефем эшсән. Был эшкә ҡамасауламай», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.

Башинформ

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас