Йәмғиәт
20 Сентября 2022, 05:24

Муниципалитеттар йылытыу миҙгеленә әҙер

19 сентябрҙә республика Хөкүмәтендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк торлаҡ-коммуналь хужалығының алдағы йылытыу миҙгеленә әҙерлеге тикшерелде. 

Муниципалитеттар йылытыу миҙгеленә әҙерМуниципалитеттар йылытыу миҙгеленә әҙер
Муниципалитеттар йылытыу миҙгеленә әҙер

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, 2022 йылдың йәйендә тораҡ пункттарҙа 147 саҡрым йылылыҡ, 241 саҡрым һыу үткәргес һәм 32 саҡрым канализация селтәрҙәре ремонтланған.

Барлыҡ муниципалитеттар әҙерлек паспорттарын тапшырҙы, ә 16 районда социаль объекттарға йылы бирелә башланы ла инде. Башҡортостан Башлығы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәренә көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Һеҙ ҙур эш башҡарҙығыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ яуаплы осорға аяҡ баҫабыҙ. Йылытыу миҙгеленә тулыһынса әҙер булырға кәрәк. Социаль учреждениеларға йылыны хәҙерҙән үк бирергә мөмкин.

Төбәк етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына ҡышҡы осорҙа эшләү өсөн коммуналь техника һатып алыуҙы әүҙемләштерергә ҡушты. - Һуңғы өс йылда һеҙҙең өсөн бик күп машиналар һәм ҡорамалдар һатып алдыҡ. Паркты яңыртыуҙы дауам итергә кәрәк, - тине Радий Хәбиров. - Бының өсөн төрлө программалар һәм механизмдар бар.

Сайт Главы Республики Башкортостан

Автор:
Читайте нас