

Бындай мәғлүмәттәр менән республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә таныштырҙы. - Хеҙмәт баҙарында тотороҡло хәл булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер дәүләттәр тарафынан санкциялар индереү эҙемтәләре арҡаһында хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатыу хәүефе бар. Әммә бында ла ыңғай динамика күҙәтелә, - тине Ленара Иванова. - Июль аҙағында тулы булмаған мәшғүллектең иң юғары нөктәһе теркәлде - эштән бушатылыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәр һаны 20 мең кешегә етте. Ә 16 сентябргә был күрһәткес 6,5 мең кешегә кәмегән. Бынан тыш, Рәсәй Пенсия фонды мәғлүмәттәре буйынса, 1 сентябрҙән «эшкә алынғандар минус эштән сығарылғандар» ыңғай сальдоһы күҙәтелә, ул 3 235 кеше тәшкил итә. Йәғни эшкә алған кешеләр һаны эштән ҡыуылғандар һанынан күберәк.
Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры ҡала һәм райондарҙағы мәшғүллек үҙәктәренең яҡшы профилактик эшен билдәләне.
- Предприятиелар менән шәхси пландар буйынса тығыҙ эш итәбеҙ. Ваҡытында халыҡҡа һәм эш биреүселәргә мәшғүллек структураһы үҙгәреүе тураһында мәғлүмәт бирәбеҙ, - тип аңлатты Ленара Иванова.
Башҡортостан Башлығы республиканың Хеҙмәт министрлығына муниципалитеттар менән берлектә мәшғүллек баҙарындағы процестарҙы контролдә тоторға ҡушты. - Урындағы предприятиеларҙағы хәлгә иғтибарлы ҡарағыҙ. Ваҡытында уларға иғтибар итеү өсөн хәүефтәрҙе аныҡ анализлағыҙ, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.