Йәмғиәт
3 Сентябрь 2022, 13:02

«Еңеү диктанты» акцияһы үтте

Бөгөн, 3 сентябрҙә, «Еңеү диктанты» акцияһы - Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары темаһына тарихи диктант уҙғарылды.

«Еңеү диктанты» акцияһы үтте«Еңеү диктанты» акцияһы үтте
«Еңеү диктанты» акцияһы үтте

Иҫке Собханғол урта мәктәбе майҙансығында уҡыусылар, уҡытыусылар, хаҡлы ялдағылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ирекмәндәр, ойошма, учреждение етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре 45 минут дауамында дөйөм хәрби-тарихи темаға арналған 25 һорауға яуап бирҙе, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары тураһында үҙ белемен тикшереп ҡараны. Быйылғы акция майҙансыҡтарҙа ғына түгел, онлайн да ойошторолдо. Шуға күрә уға планетаның теләһә ҡайһы нөктәһенән дә ҡушылырға мөмкин булды.

«Еңеү диктанты» ҡатнашыусыларҙың белемен тикшереүҙән тыш, киң йәмәғәтселекте Бөйөк Ватан һуғышы тарихын өйрәнеүгә йәлеп итеү, Рәсәй граждандарын мөһим тарихи ваҡиғалар тирәләй берләштереү, тарихи белемде арттырыу һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреү маҡсатында уҙғарылды.

«Еңеү диктанты» акцияһы үтте
«Еңеү диктанты» акцияһы үтте
«Еңеү диктанты» акцияһы үтте
«Еңеү диктанты» акцияһы үтте
«Еңеү диктанты» акцияһы үтте
«Еңеү диктанты» акцияһы үтте
Автор:Рушан Баимов
Читайте нас