Йәмғиәт
22 Августа 2022, 06:37

Бөгөн – Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө

22 августа Рәсәйҙә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө билдәләнә.

Бөгөн – Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнөБөгөн – Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө
Бөгөн – Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө

Ул РФ Президентының 1994 йылдың 20 авгусындағы "Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө тураһында" указы нигеҙендә раҫланған.

Был көндө 1991 йылда РСФСР Юғары Советы "РСФСР-ҙың Милли флагын рәсми таныу һәм файҙаланыу тураһында" ҡарар ҡабул итә. Махсус закон менән Рәсәй Федерацияһының яңы дәүләт символикаһы билдәләнгәнгә тиклем Рәсәйҙең аҡ, зәңгәрһыу, алһыу һыҙатлы тарихи флагы - Рәсәй Федерацияһының рәсми Милли флагы итеп һанала башлай.

Дәүләт флагы көнөндә бөтә илдә байрам саралары уҙа: флешмобтар, концерттар, оҫталыҡ дәрестәре, квестар һәм башҡа саралар ойошторола.

Фото: ИА Башинформ

Автор:
Читайте нас