

Майҙансыҡты һайлау һәм тултырыу өсөн форманы сайттың төп битендә ҡарарға мөмкин. Картала майҙансыҡ һайларға, «Бында яҙылырға» («Записаться здесь») төймәһенә баҫырға һәм инструкцияны үтәргә кәрәк.
Бөгөнгө көнгә акцияны үткәреү буйынса 17,5 меңдән ашыу майҙансыҡ ойошторолған.
Сайтта шулай уҡ «Еңеү диктанты» көнөндә сараны ойоштороуҙа ҡатнашырға теләгән ирекмәндәр өсөн ғариза формаһы ла бар.
«Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең халыҡ-ара акцияһына 180-дән ашыу майҙансыҡ әҙерләнә. Улар мәктәптәрҙә, китапханаларҙа, музейҙарҙа, тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙә, Рәсәй ДОСААФ-ының урындағы бүлексәләрендә, балалар ижады үҙәктәрендә, мәктәп-интернаттарҙа, шулай уҡ республиканың алдынғы юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарының уҡыу кабинеттарында урынлашасаҡ, - тип һөйләне БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты, партияның төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары Елена Арямнова.
- Теләге булғандар Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропорты майҙансығында, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы коворкингында, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә, Башҡортостан Хәрби комиссариатында, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығында тест үтә ала. Быйыл «Башҡортостан Республикаһының Еңеү ирекмәндәре» хәрәкәтенең 200-ҙән ашыу ирекмәнен йәлеп итеү күҙаллана. Билдәләп үтергә кәрәк, акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла «Рәсәй - Минең тарихым» тарихи паркына билеттар тапшырыласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Еңеү диктанты» 3 сентябрҙә үтәсәк. Ғәҙәттәгесә, халыҡ-ара акция «Еңеү ирекмәндәре», Рәсәй гвардияһы, Оборона министрлығы, Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ярҙамында уҙғарыла.
Светлана Беляева, «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк башҡарма комитетының матбуғат секретары.