уғыҙынсы фестиваль 2019 йылда үткәйне. Унда 47 тонна һөт аҙығы, 5 тонна аҡ май, 3,6 тонна сыр, 2,3 тонна туңдырма, 4,1 тонна ҡымыҙ, 18 мең банка ҡуйыртылған һөт һатылған.
Фестивалдә нимә була:
- һөт йәрминкәһе
- хайуандар менән мини-ферма
- балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре
- аттракциондар
- спорт майҙансыҡтары
- аш-һыу зонаһы
- «Му-му мультики» кинотеатры
- концерт
- «GastrоMaster 2022» кулинария чемпионаты
- «КуРай» гастрономия фестивале
- власть вәкилдәре, һөт аҙыҡтарын етештереүсе һәм эшкәртеүселәр ҡатнашлығында эшлекле программа
- Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың милли ихата майҙансыҡтары
Сараны ойоштороусылар - Башҡортостан Хөкүмәте һәм Ауыл хужалығы министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, «Союзмолоко» милли һөт етештереүселәр союзы һәм «Һөт институты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡатнашлығында Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.
Тулыраҡ мәғлүмәт: https://vk.com/milkfest_ufa