Гөлшат Шәймәрҙәнова Ғафури районынан килгән. Уның һүҙҙәре буйынса, Баймаҡта туғандары, дуҫтары күп булһа ла, Баймаҡ еренә килеүе тәүге тапҡыр. Шундай ҙур байрам үтәсәген ишеткәс тә, оҙаҡ уйлап тормаған, килергә булған.
- Фестивалгә ғаиләм менән килдем. Һауа торошо бик матур. Ғаиләбеҙ менән уҡ атыу ярыштарын яратабыҙ. Шуға ундай ярыштарҙан ҡалғаныбыҙ юҡ. Бында ла уҡ атыу ярышында ҡатнашырға тип ниәтләнек.
Республика етәкселегенең башҡорт атына арналған ҙур сара үткәреүе бик ҡыуаныслы хәл. Башҡорттар өсөн ат изге йән эйәһе тип һанала. Уны эш өсөн дә, ярыш өсөн дә ҡулланған. Бәләкәйҙән башҡорттар ат өҫтөндә булған. Шулай уҡ башҡорт аттарының легенда, әкиәт, риүәйәттәрҙең төп геройҙары булыуы ла билдәле. Атҡа бәйле бик күп мәҡәлдәр, йырҙар бар. Мәҫәлән: Ҡара юрға йыры. Мәҡәлдәргә килгәндә "Атһыҙ ир - ҡулһыҙ кеше", !Ат яҡшы булһа - юл ҡыҫҡа була".