Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2022, 16:56

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттар республика фестивале үтә.

2022 йылдың 29 июленән 30-ына тиклем Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Баймаҡ районының Граф күле буйында «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙың республика фестивале үтә.

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттар республика фестивале үтә.
Баймаҡ районында «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттар республика фестивале үтә.

Фестиваль Башҡортостан Республикаһында йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, башҡорт тоҡомло аттарҙың һанын арттырыуға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

«Беҙ башҡорт халҡының тарихын ҡарап, үҙебеҙ, ата-бабаларыбыҙ өсөн ғорурланабыҙ. Башҡорттарҙың, борон-борондан күсмә халыҡтарҙың,тарихының күп биттәре башҡорт тоҡомло ат менән тығыҙ бәйләнгән. Беҙҙең алда башҡорт аты темаһына күләмле проект ойоштороу ғына түгел, ә ат егеү ҡорамалдарын эшләү технологияһына эйә булған уникаль оҫталарҙы асыҡлау, ярҙам итеү, йылҡысылар, ҡымыҙ бешеүселәр тәжрибә уртаҡлашырлыҡ һәм халыҡтың, йәштәрҙең беҙҙең ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлауға ҡыҙыҡһыныуын тергеҙә алырлыҡ майҙансыҡ булдырыу бурысы тора. Шул иҫәптән беҙгә башҡа төбәктәрҙән, Рәсәй менән күрше булған республикаларҙан һәм алыҫ сит илдәрҙән ҡунаҡтар йәлеп итеү ҙә», - тип билдәләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков.

Спорт өлөшөндә ғәҙәттәге ат-спорт ярыштары, башҡорт халыҡ уйындары - «Ылаҡ» уйыны, «Аламан Бәйге» ат сабыштары, «Ауҙарыш» ат көрәше, «Тай-тулаҡ» ярыштары, күпбәйге буйынса ярыштар һәм башҡалар ҡаралған.
Тамашасылар Рәсәйҙәге иң ҙур ат парадының шаһиты буласаҡ. Ҙур майҙансыҡ этник тематикаға бүленәсәк, төрлө күргәҙмәләр, биҙәү-ҡулланма ижады оҫталары, һөнәрселәр һәм рәссамдар менән оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк. Шулай уҡ фестиваль программаһына эшлекле программа - түңәрәк өҫтәлдәр, конференциялар индерелгән. Бынан тыш, ғәҙәти уҡтан атыу буйынса «Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале ойошторола. Фестиваль башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының ҙур концерты менән тамамлана.

 

ПОЛОЖЕНИЯ

Положение о проведении в 2022 году республиканского фестиваля лошадей башкирской породы «Башҡорт аты» («Башкирская лошадь») в Баймакском районе Республики Башкортостан: https://clck.ru/sHXWs

Положение о проведении конкурса «Башҡорт аты»: https://clck.ru/sHXY7

Положение о проведении открытого чемпионата Зауралья по башкирскому многоборью «Бәйге» в рамках республиканского фестиваля лошадей башкирской породы «Башҡорт аты» («Башкирская лошадь») в Баймакском районе Республики Башкортостан: https://clck.ru/sHXYo

Положение о проведении Межрегионального фестиваля «Мэргэн уксы» по стрельбе из традиционного лука в рамках фестиваля «Башкирская лошадь»: https://clck.ru/sHXan

Положение о проведении Республиканского конкурса кумысоделов: https://clck.ru/sHXbc

Учредители и организаторы Фестиваля:

  • Правительство Республики Башкортостан;
  • Министерство культуры Республики Башкортостан;
  • Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан;
  • Министерство спорта Республики Башкортостан;
  • Министерство торговли и услуг Республики Башкортостан;
  • Администрация муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан;
  • Международный союз общественных объединений «Всемирный курултай (конгресс) башкир»»;
  • Автономная некоммерческая организация «Мерген уксы»;
  • Благотворительный фонд по сохранению и развитию лошадей башкирской породы в Республике Башкортостан «Ирандык».

Фестиваль проводится по Указу Главы Республики Башкортостан от 24 мая 2022 года № УГ-242 «О республиканском фестивале лошадей башкирской породы "Башҡорт аты"» при поддержке Благотворительного фонда по сохранению и развитию лошадей башкирской породы в Республике Башкортостан «Ирандык».

Телефон для связи 8 (347) 289-66-47.

Автор:
Читайте нас