Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июль 2022, 14:36

Нимә ул глэмпинг? Эстән ғәҙәти йәм һәм тыштан ҡырағай ысынбарлыҡ.

«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә Илфат Төлкөбаевтың «Ғимранташ эко-этнопаркы» проекты ғәмәлгә ашырыла.   

Нимә ул глэмпинг? Эстән ғәҙәти йәм һәм тыштан ҡырағай ысынбарлыҡ.
Нимә ул глэмпинг? Эстән ғәҙәти йәм һәм тыштан ҡырағай ысынбарлыҡ.

Экологик яҡтан таҙа урындарҙа ял итеү ғәҙәти пляж ялы өсөн бик яҡшы альтернатива булды. Экотуризм йүнәлеше әле иң перспективалыларҙың береһе, ә был ауыл биләмәләре өсөн үҙ урыныңды биләү мөмкинлеге. Бындай ял төрөн әле булған тәҡдимдәр һанына ҡарап баһаларға мөмкин - ҡурсаулыҡ урындарына барыу, яңы йәйәүлеләр маршруттары, атта йөрөү, урманда өйҙә йәшәү һәм башҡалар. Билдәле булыуынса, туристар бөтә ғәҙәти булмаған нәмәне юғары баһалай. Күп кешеләр, һыу запасы һәм интернет сифаты тураһында уйламайынса, ҡайҙалыр текә ҡая ситендә  йондоҙло һауаға һоҡланыу тураһында хыяллана.

Бына Илфат Төлкөбаев та «Ғимранташ» шарлауығы янында тәбиғәттә ял итеү урыны булдырырға ҡарар иткән.

«Туристарҙы ҡабул итеү өсөн бөтә уңайлыҡтар менән 10 йорт, беседкалар һәм мангал зоналары, балалар өсөн уйын зоналары төҙөү күҙаллана, Әбйәлил районының матур урындары буйлап йәйәү һәм атта йөрөү ойошторабыҙ. Пландар байтаҡ, уларҙы районыбыҙ халҡының һәм ҡунаҡтарының һәйбәт һәм иҫтә ҡалырлыҡ ялы өсөн тормошҡа ашырырбыҙ», - тип пландары менән уртаҡлашты Илфат.

«Әбйәлил районы күп тәбиғәт байлыҡтарына эйә. Киләсәктә был ҡаҙанышты районыбыҙ халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн күркәмләндерергә, шул уҡ ваҡытта тирә-яҡ мөхитте мөмкин тиклем һаҡлап ҡалырға кәрәк. Глэмпинг форматы тәбиғәттә уңайлы урынлашыуҙы, экологик туризмды һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашты күҙ уңында тота», - тип билдәләне бизнес-шериф Артур Дәүләтбаев.

Г.ГАРРАПОВА, Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы хакимиәте

https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/283233 

 

Нимә ул глэмпинг? Эстән ғәҙәти йәм һәм тыштан ҡырағай ысынбарлыҡ.
Нимә ул глэмпинг? Эстән ғәҙәти йәм һәм тыштан ҡырағай ысынбарлыҡ.
Нимә ул глэмпинг? Эстән ғәҙәти йәм һәм тыштан ҡырағай ысынбарлыҡ.
Нимә ул глэмпинг? Эстән ғәҙәти йәм һәм тыштан ҡырағай ысынбарлыҡ.
Автор:
Читайте нас: