

Ҡунаҡтарҙы Байназар ауыл мәҙәниәт йортонда “Ҡурыуҙы” халыҡ фольклор төркөмө ихлас ҡаршы алды. Аҙаҡ улар Байназар урта мәктәбенә юл тотто.
Байназар урта мәктәбе директоры Й. Ҡотлобаев, “Бөрйән энциклопедияһы” өҫтөндә эш башланғас та, ошо эш өсөн компьютер менән бер класс биреп ҡуйған. Мәктәптә спорт, хәрби-патриотик йүнәлештәге эштәргә иғтибар ҙур бүленеүен үҙ күҙҙәре менән күрҙе Өфө ҡунаҡтары. Иҫке Собханғол мәктәбе уҡытыусыһы Л. Черкасова ҡунаҡтарҙы ошо төбәк тарихы – ер-һыу атамалары, тәбиғәт һәйкәле булғандай урындар менән таныштырҙы. Артабан мәктәптән сығып, Иҫке Собханғолға килгәнсе лә юлда һәр ауыл, уның бөйөк шәхестәре, легендариүәйәттәр хаҡында бай һәм тулы мәғлүмәт бирҙе. Билән башынан Ағиҙел ҡасабаһына тиклем район үҙәгендә ниндәй ойошмаучреждениелар, ауылдың ғорурланырлыҡ шәхестәре бар – барыһы хаҡында хәбәрҙар булды сарала ҡатнашыусылар. Иҫке Собханғол мәктәбендәге Мостафа Хәсәнов исемендәге музейҙа булыу ҙа ҡунаҡтар күңелендә бай тәьҫораттар ҡалдырҙы.
“Район тарихын Мостафа Ғилметдин улы ентекләп өйрәнгән һәм ҡулъяҙма китабында сағылдырған. Был – район хаҡындағы иң дөрөҫ йылъяҙма һәм ул йыйылып, айырым китап булып сыҡһа, бик һәйбәт булыр ине”, - ти Ә. Сөләймәнов исемендәге музей етәксеһе Р. Ғүмәрова.
Ғәҙелгәрәй мәктәбенең крайҙы өйрәнеү музейында булып, балаларҙың үҙ тарихтарын сатнатып һөйләп тороуына һоҡланды энциклопедистар. “Түңәрәк өҫтәл” ар - тында масштаблы эш барышы тураһында етди фекер алышты сарала ҡатнашыусылар.
Эйе, 2019 йылда район энциклопедияһын төҙөргә кәрәк, тигән ҡарарҙан баш алған оҙайлы, йөкмәткеле, һәлмәк һәм һәр быуын өсөн бик кәрәкле китап – “Бөрйән районы энциклопедияһы” баҫмаға әҙер, тиерлек – сигнал экземпляры Роза Шәриф ҡыҙының ҡулында.
Р. Ғүмәрованың хыялы – район үҙәге хаҡында ҡыҫҡаса энциклопедик китап сығарыу.
“Эш башлағандан алып өҫтәлемдә Әбйәлил, Баймаҡ райондарының энциклопедиялары ятты. Беҙҙең команда (мин, Рәшиҙә Халиҡова, Әлфиә Биргәнова, Нәсимә Шәрәфетдинова) һәм, нигеҙҙә, ауыл уҡытыусылары, хаҡлы ялдағы педагогтар, ауыл хакимиәттәре белгестәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һ.б.), беҙ кемдән кәм, тигән принцип менән сәмләнеп эшләнек. Өфө ҡунаҡтарын ҡабул итеү маҡсаты ла – уларҙы энциклопедияға ингән тарихи урындар, ер-һыу атамалары, персоналийҙар менән яҡындан таныштырыу ине. Энциклопедия яҙыу йәһәтенән дә, осрашыу үткәреү юҫығында ла маҡсатҡа ирештек тип уйлайым”, - ти район энциклопедияһын ниәттән ысынбарлыҡҡа әйләндереүселәрҙең береһе Роза Шәриф ҡыҙы Ғүмәрова.
Эйе, күләмле, баһалап бөткөһөҙ эш тамамланыу өҫтөндә. Уның һәлмәк китап – районыбыҙҙың бай һәм тәрән тарихы булып ҡулыбыҙға килеп эләгеүен теләргә генә ҡала.