Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июнь 2022, 11:58

Радий Хәбиров газ үткәреү буйынса төбәк штабының күсмә ултырышын үткәрҙе

22 июндә Өфөлә «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров газ үткәреү буйынса төбәк штабының күсмә ултырышын үткәрҙе. Унда төбәк Хөкүмәте, «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Газпром газификация» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте компаниялары вәкилдәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты. Көн тәртибендә - төбәккә газ үткәреү һәм социаль догазификация программаларын тормошҡа ашырыу.

Радий Хәбиров газ үткәреү буйынса төбәк штабының күсмә ултырышын үткәрҙе
Радий Хәбиров газ үткәреү буйынса төбәк штабының күсмә ултырышын үткәрҙе

Ултырыш башланыр алдынан республика Башлығы «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең газды һәм комплектлау пункттарын, шулай уҡ катод һаҡланыу станцияларын етештереү менән танышты. Предприятие был продукция төрҙәрен 15 йылдан ашыу етештерә.

«Газпром төбәк-ара газ Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов продукцияны өс майҙансыҡта: Өфөлә, Ишембайҙа һәм Стәрлетамаҡта сығарыуҙары хаҡында һөйләне. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса етештереү күләме 368 миллион һум тәшкил иткән, 2022 йылға план - 414 миллион һум.

Радий Хәбиров тәбиғи газдың баҫымын редукциялау (кәметеү), авария ваҡытында газ биреүҙе автоматик рәүештә туҡтатыу йәки килгән сиктән артыҡ баҫымды кәметеү өсөн тәғәйенләнгән газ регуляторы пунктын ҡараны. Был пункттар торама пункттарҙа, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге объекттарҙа ҡулланыла.

«Газпром газ бүлеү Өфө»нөң «Молния» фәнни-производство предприятиеһы менән берлектә эшләнгән тағы ла бер асышы - «Ағиҙел-3000» катод һаҡланыу станцияһы. Ул үткәргес торбаларҙы һәм ер аҫты ҡорос ҡоролмаларын коррозиянан электрохимик һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән.

Республика башлығы көнбайыш санкцияларының предприятие эшенә нисек йоғонто яһауы һәм импортты алмаштырыуға бәйле хәл менән ҡыҙыҡһынды.

- «Газпром» күптән инде импортты алмаштырыу мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Был предприятиела бөтә ҡорамалдар ҙа тиерлек - илебеҙҙә етештерелгән. Йорт эсендәге газ ҡорамалдарына - ҡаҙанлыҡтарға, плиталарға, иҫәп приборҙарына килгәндә, уларҙы Рәсәйҙә һәм Белорусь Республикаһында етештерәләр. Шуға күрә газ үткәреү программаларын тормошҡа ашырыуҙа ауырлыҡтар күрмәйбеҙ, - тип аңлатты Альберт Лоҡманов.

***

Төбәк штабы ултырышында төбәктә газ үткәреүҙең план-графигына яҡынса йомғаҡ яһалды һәм догазификация буйынса эш планы тикшерелде.

Стенограмма выступления Радия Хабирова: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/155086.html 

Автор:Сайт Главы Республики Башкортостан
Читайте нас: