Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июнь , 11:00

Күп балалы ғаиләләр өсөн ниндәй яңылыҡтар бар?

Ил Президенты Владимир Путин быйыл 22 майҙа үткәрелгән Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы Президиумы кәңәшмәһе һөҙөмтәләре буйынса күрһәтмәләр исемлеген раҫланы.

Күп балалы ғаиләләр өсөн ниндәй яңылыҡтар бар?
Күп балалы ғаиләләр өсөн ниндәй яңылыҡтар бар?

Хәтерегеҙгә төшөрбеҙ, Дәүләт Советы Президиумы кәңәшмәһендә граждандарҙы социаль яҡлау мәсьәләләре ҡаралғайны. Сара барышында Ямал-Ненецк автономиялы округы губернаторы Дмитрий Артюхов  өсөнсө йәки артабанғы бала тыуғанда ипотеканы ҡаплауға 450 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы сараларын оҙайтыу тураһында һорағайны. Уның фекеренсә, күп балалы ғаиләләр өсөн льготаны һаҡлау, тағы 6 процентлы ташламалы ғаилә ипотекаһын оҙайтыу тап күп балалы ғаиләләр өсөн яҡшы.

Үрҙә әйтелгән исемлектә өсөнсө балаһы булған йәки артабанғы балаһы 2023 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған ғаиләләргә 450 мең һумға тиклем күләмдәге ипотека торлаҡ кредиты (займы) буйынса дәүләт ярҙамын оҙайтыу тураһында ла күрһәтмә бар.  Был бойороҡто үтәү срогы 2022  йылдың 1 сентябре, ә яуаплы башҡарыусыһы тип Рәсәй Хөкүмәте Етәксеһе  Михаил Мишустин ҡуйылған.

Быға тиклем Рәсәйҙең Берҙәм төҙөүселәр ресурсы порталы (ЕРЗ.РФ) Рәсәй Дәүләт Думаһына “Балаһы булған ғаиләләргә ипотека торлаҡ кредиты (займы) буйынса бурысты ҡаплау йәһәтенән дәүләт ярҙамы тураһында”ғы федераль закон проектының тапшырылыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

Әгәр ҡабул ителһә, был документ ипотека торлаҡ кредиты (займы) буйынса бурысты тулыһынса йәки өлөшләтә ҡаплау мөмкинлеген бирәсәк. Әммә бер шарт бар: күсемһеҙ милектәге өлөштө рәсмиләштергәндә ул әсәйҙең йәки атайҙың йәки уларҙың дөйөм генә түгел, шулай уҡ уларҙың балаларының да милке булырға тейеш, тип хәбәр итә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Әйткәндәй, үрҙә әйтелгән документтар үҙ көсөнә инһә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” һәм “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекттары (национальные проекты “Демография” и “Жилье и городская среда”) бурыстары тормошҡа ашырылыр ине.

Автор:
Читайте нас в