Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь , 16:00

Сүп-сар йыйыуҙа үҙгәрештәр буласаҡ

Башҡортостан сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнер һатып алыуға күберәк субсидия аласаҡ.

Сүп-сар йыйыуҙа үҙгәрештәр буласаҡ
Сүп-сар йыйыуҙа үҙгәрештәр буласаҡ

Хөкүмәт ҡарары менән, быйыл төбәктәргә субсидия 500 миллион һумдан 1,5 миллиард һумға тиклем арттырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығынан.

“Үткән  йылда төбәктәргә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар алыуға бер миллиард һум аҡса йүнәлтелһә, был 62,8 мең контейнер алыуға булышлыҡ итте. Быйыл финанслауҙы  500 миллион һум күләмендә тәьмин итеүгә, аҙаҡ уны 1,5 миллиард һумғаса еткереүгә өлгәштек. Был иһә кәмендә 77 мең контейнер һатып алырға һәм урынлаштырырға мөмкинлек бирәсәк”, - тине Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Александр Козлов.

Субсидия 43 төбәккә, шул иҫәптән Башҡортостанға йүнәлтелә. Төбәк Хөкүмәте менән килешеүҙе сентябргә тиклем төҙөү ниәтләнә.

- Башҡортостан проектҡа инде һәм сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙарға субсидия аласаҡ, - тип раҫланы республиканың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының ҡалдыҡтар менән эш итеүҙе ойоштороу буйынса бүлек начальнигы Инна Антонова. – Ярҙам суммаһы һуңғараҡ билдәләнәсәк. Республика 12 мең контейнер алыуға 196 миллион һумға ғариза бирҙе, ләкин субсидияның дөйөм суммаһын иҫәпкә алып, унда төҙәтеүҙәр булыуы ихтимал.

Был эш “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Ҡаты коммуналь  ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проекты сиктәрендә алып барыла. Ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған милли проект 2024 йылға тиклем ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм утилләштереү буйынса 220 яңы заманса комплекс төҙөүҙе планлаштыра.  Бөтә сүп-сар сортировкалау аша үтәсәк, яртыһын эшкәртеүгә йүнәлтеү ниәтләнә. Әле икенсе сеймал сифатында бары тик ҡалдыҡтарҙың ундан бер өлөшө генә ҡулланыла.

 

Автор:
Читайте нас в