Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь , 10:42

Башҡортостанда берҙәм уникаль брендлы 5 отелгә иҫәпләнгән ҡунаҡхана селтәре барлыҡҡа киләсәк

16 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Триа Девелопмент» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостан биләмәһендә яҡынса 1 проектҡа инвестициялар күләме 200 миллион һум тәшкил иткән 5 отелде үҙ эсенә алған ҡунаҡхана селтәре төҙөү тураһында килешеү төҙөнө.

Башҡортостанда берҙәм уникаль брендлы 5 отелгә иҫәпләнгән ҡунаҡхана селтәре барлыҡҡа киләсәк
Башҡортостанда берҙәм уникаль брендлы 5 отелгә иҫәпләнгән ҡунаҡхана селтәре барлыҡҡа киләсәк

Документҡа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һәм «Триа Девелопмент» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Константин Гусельников ҡул ҡуйҙы.

- Компания республика биләмәһендә дөйөм файҙаланыуҙағы федераль автомобиль юлдары буйында уникаль селтәрле ҡунаҡхана бренды аҫтында берҙәм ҡунаҡхана селтәре булдырырға ниәтләй. Проекттың социаль файҙаһы 100 эш урыны булдырыуҙа сағыласаҡ, - тип һөйләне Рөстәм Моратов.

Проект төбәк биләмәһендә туристик өлкәне үҫтереү өсөн шарттар булдырыу маҡсатында әҙерләнгән. Килешеүҙе ғәмәлгә ашырыу республикаға 1 миллиард һум күләмендә инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.

https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56336 

Башҡортостанда берҙәм уникаль брендлы 5 отелгә иҫәпләнгән ҡунаҡхана селтәре барлыҡҡа киләсәк
Башҡортостанда берҙәм уникаль брендлы 5 отелгә иҫәпләнгән ҡунаҡхана селтәре барлыҡҡа киләсәк
Автор:
Читайте нас в