

Бында Баймаҡтың "Ирәндек уҡсылары", Өфө, Сибай ҡалалары, Силәбе өлкәһе, Бөрйән, Учалы, Әбйәлил, Белорет районының уҡсылары Алдар Иҫәкәйев иҫтәлегенә арналған ярышта мәргәнлектә көс һынашты. Республика күләмендәге был сараны төп судья - Әхмәр ауылы Алдар батыр тоҡомо вариҫы Өмөтбаев Тимур Мирза улы ойошторҙо. Уға Рәхмәтуллин Ғәфүр Рафиҡ улы ярҙам итте. Ярышта балаларҙың ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәрҙең күпләп ҡатнашыуы һөйөндөрҙө.
Спорттың был төрөн үҙ итеүселәрҙе Тимурҙың ата-әсәһе Гүзәл һәм Әхмәт Өмөтбаевтар һыйланы. Ашнаҡсылар --Гөлназ Әбдисова,Рәйлә Ғазина тел йоторлоҡ аш һәм былау бешереп, самауырҙар ҡайнатып һәр кемгә асыҡ йөҙ күрһәтте.
Автор: Гульдар Кадаева