

- Иң мөһиме, бөтә конкурсанттар ҙа түләнгән һалымдар суммаһы буйынса ғына баһаланмай. Беҙҙең өсөн тупланма бюджетҡа түләнгән һалымдарҙың артыуын, республикабыҙ граждандарының мәшғүллеген, предприятиеларында эш хаҡы фондының артыуын тәьмин иткән һалым түләүселәрҙе дәртләндереү мөһим. Бынан тыш, беҙ һалым дисциплинаһының юғары кимәле, бизнесты асыҡ алып барыу менән айырылып торған инвестиция яҡтан әүҙем предприятиеларҙы дәртләндерәбеҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының финанс министры Лира Иғтисамова.
Еңеүселәр документацияла һәм реклама материалдарында конкурс еңеүсеһе исемен ҡулланырға хоҡуҡлы. Конкурста эре ойошмалар; урта эшҡыуарлыҡ субъекттары (шәхси эшҡыуарҙарҙан тыш); бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары (шәхси эшҡыуарҙарҙан тыш); шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала.
Конкурс һалым түләүсе эшмәкәрлегенең төп төрө буйынса ун номинация буйынса уҙғарыла: ауыл, урман хужалығы, һунарсылыҡ, балыҡ тотоу эшмәкәрлеге һәм балыҡсылыҡ; файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу; эшкәртеүсе производстволар; электр энергияһы, газ һәм пар менән тәьмин итеү; төҙөлөш; сауҙа; ташыу һәм һаҡлау; һөнәри, фәнни һәм техник эшмәкәрлек; башҡа төр хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү.
Конкурста ҡатнашыу өсөн дәғүәселәргә 2022 йылдың 31 июленә тиклем Башҡортостан Республикаһының «Мәғлүмәт-аналитика үҙәге» дәүләт ҡаҙна учреждениеһына конкурста ҡатнашыу өсөн кәрәкле документтар пакеты менән Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13, 4-се ҡат, 400а-се бүлмә (ҡағыҙҙа) һәм iac@bashkortostan.ru электрон адресҡа ғариза тапшырырға кәрәк.
Башҡортостан Республикаһы «Мәғлүмәт-аналитика үҙәге» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы хеҙмәткәренең документтар тапшырыу һәм «Йыл һалым түләүсеһе» конкурсын үткәреү тәртибе мәсьәләләре буйынса бәйләнеш телефоны: 7 (347) 218-15-55. «Йыл һалым түләүсеһе» конкурсы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге һылтанма буйынса Положениела табырға мөмкин: https://minfin.bashkortostan.ru/documents/active/240470/.
Белешмә өсөн: Конкурс һалым дисциплинаһының юғары кимәле, бизнесты асыҡ алып барыу менән айырылып торған уңышлы ойошмаларҙы асыҡлау һәм дәртләндереү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2018 йылдың 24 декабрендә сыҡҡан УГ-329 һанлы Указы менән булдырылды.