Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2022, 14:55

Техниканы үҙе эшләп ала

Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе Назарғолов Иҙел Шамил улын райондаштар техникаларҙы үҙе эшләп алыусы, ағастан бына тигән сәнғәт әҫәрҙәре тыуҙырыусы оҫта итеп белә. Ул әле ,,Халыҡ кәсептәре” тигән онлайн флешмобҡа ҡушылған.

Техниканы үҙе эшләп ала
Техниканы үҙе эшләп ала

-Иҙел Әбделмәмбәт ауылында техника буйынса иң оҫталарҙан һынала. Ул үҙенә мини-трактор, бесән эшләү өсөн ҡулайламалар һәм башҡа әйберҙәр эшләп алған. Тағы ла Иҙел ағас оҫтаһы ла. Матур-матур өҫтәлдәр, ултырғыстар, һандыҡтар эшләй, - тип хәбәр итәләр Әбделмәмбәт ауыл китапханаһының социаль селтәрҙәге төркөмөндә.

“Юлдаш” радиоһы ойошторған "Биле ныҡтың – иле ныҡ!" видеояҙмалар конкурсы еңеүселәренең дә береһе булғайны Иҙел Назарғолов.
-Ул бындай ярыш тураһында күптән хыялланған. Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе егет ағас эше һәм техника менән кесе йәштән ҡыҙыҡһына. “Тимер ене” миңә олатайым менән атайымдан күскәндер, моғайын. Атайымдың трактор тауышын әллә ҡайҙан ишетеп, уға ҡаршы бара торғайным. Ул мине кабинаһына ултыртып алғанын, күрше малайҙарға өҫтән генә ҡарап барғанымды әле лә хәтерләйем. Ул мине бер ваҡытта ла тыйманы, үҙе менән йөрөттө, бар нимәгә лә ихлас өйрәтте”, - ти Иҙел.

Бөрйән уңғаны ауылда донъя көтөүҙе еңелләштергән бик күп техника уйлап тапҡан. Конкурсты ойоштороусылар уның ошо эштәрен юғары баһалап, еңеүсе тип иғлан итте. ,,Спорт,, магазинының 6 меңлек сертификат менән бүләкләнгән еңеүсебеҙ Өфөгә килеп үҙенә тәғәйен бүләктәрҙе алды. “Был бүләктәргә тәү сиратта ҡыҙым ҡыуанасаҡ”, – ти хәстәрлекле ғаилә башлығы, - тип хәбәр иткәйне “юлдаш”тар.

Афарин, Иҙел! Һиңә уңыштар, һаулыҡ, яңы асыштар теләйбеҙ!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: