Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2022, 04:57

14 май көнө Әбделмәмбәт ауылында мәртәбәле сара үтте.

14 май көнө шау-гөр килеп үҙебеҙҙең Бөрйән районының йәмле Ҡыпсаҡ (Әбделмәмбәт) ауылында мәртәбәле сара үтте.

14 май көнө Әбделмәмбәт ауылында мәртәбәле сара үтте.
14 май көнө Әбделмәмбәт ауылында мәртәбәле сара үтте.

Ул да булһа “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә үткәрелгән милли яндан уҡ атыу турниры “Ҡыпсаҡ уҡсыһы”.

Ҡыпсаҡтар үҙҙәренә хас булған яуаплылыҡ, етдилек, төплөлөк менән әҙерләнгәндәр был уҡсылар байрамына. 2-6 йәшлек кескәй генә Ҡыпсаҡ уҡсыларының оҙон бейеү әҙерләп, матур сығыш яһауҙары ни тора! Һоҡланып ҡарап тороп, йөҙҙән йылмайыу китмәне.

Турнир йәмле, айырыуса матур, үҙенсәлекле урында – ауылдың уртаһында урынлашҡан ярым утраусыҡта үтте. Ярышыу урыны уңайлы итеп, бөтә шарттарҙы үтәп әҙерләнгән. Рәхәтләнеп ат та, ат!

Бер нисә көн туҡтамай яуған ямғыр ҙа ҡапыл юҡҡа сығып, көн күтәрелеп китеп ярышты йылы мөхиттә үтеүгә булышлыҡ итте. Был сараға уҙебеҙҙең Бөрйән уҡсылары һәм күрше Белорет, Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил райондары мәргәндәре килде.

50-нән ашыу уҡсы йыйылды (шул иҫәптән 19 бала). Ғәҙәттәгесә, ярыш ҡыҙыу, сәмле барҙы. Һәр бер ҡатнашыусы үҙенең мәргәнлеген иҫбатларға тырышты. “Тиҙ атыш”, “Һыбайлы”, “Тере һыу”, “Йәйләү атышы”, “Төрөк путаһы”(дистанцияһы 60, 70 метр), “Мәргән” тип аталған этаптар булды.

“Ҡыпсаҡ уҡсыһы”нда һәр бер категорияла 5 призлы урын билдәләнде:

Ир-егеттәр араһында:

1- се урын – Юлбирҙин Салауат (Бөрйән районы) 2- се урын – Өмөтбаев Тимур (Баймаҡ районы) 3- сө урын – Юлбирҙин Сынбулат (Бөрйән районы) 4-се урын – Рахманғолов Ғәфүр (Баймаҡ районы) 5-се урын – Ишморатов Илдар (Бөрйән районы)

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:

1- се урын – Ишморатова Әлиә (Бөрйән районы) 2- се урын – Вәлиева Динә (Учалы районы) 3- сө урын – Ғәлиуллина Айгөл (Белорет районы) 4-се урын - Ишкилдина Нәйлә (Бөрйән районы) 5-се урын – Үҙәнбаева Гүзәлиә (Учалы районы)

18 йәшкә тиклем малайҙар араһында:

1- се урын – Юлбирҙин Даян (Бөрйән районы) 2- се урын – Утябаев Ирхан (Бөрйән районы) 3- сө урын – Мәжитов Ғәзинур (Баймаҡ районы) 4-се урын – Аҫылбаев Ильяс (Бөрйән районы) 5-се урын – Юлбирҙин Динар (Бөрйән районы)

18 йәшкә тиклем ҡыҙҙар араһында:

1- се урын – Муллағолова Уралиә (Бөрйән районы) 2- се урын – Мәхмутова Лиана (Бөрйән районы) 3- сө урын – Йомағолова Нәзифә (Бөрйән районы) 4-се урын – Сәйфетдинова Әйгүзәл (Бөрйән районы) 5-се урын – Мәжитова Ынйыгөл (Баймаҡ районы)

Ойоштороусылар, спонсорҙар күп итеп махсус бүләктәр әҙерләгәндәр, шуға күрә бер бала ла бүләкһеҙ ҡалманы. Һәр бер баланың күңеле күрелде, шуныһы шатландыра, сөнки ярышта бүләкләнеү уларға дәрт өҫтәй. Махсус бүләктәр ололарға ла булды.

Бына ул бәхетлеләр: Үҙәнбаев Илназ, Ғәлиуллин Рәил, Хисаметдинов Ғәзиз, Йәрмөхәмәтов Айнур, Ишкилдин Азат, Ырыҫҡолов Азамат, Вәлиева Динә, Ҡолһарина Гөлгөнә, Исламова Гөлнара, Мәжитов Ахиәр.

Еңеүселәрҙе ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ! Уңыштар теләйбеҙ! Ойоштороусыларға (Әбделмәмбәт мәктәбенә, Әбделмәмбәт ауыл советына), атап әйткәндә, турнирҙы ойоштороу өсөн ҙур көс һалған Үтәбаев Инсур Рәмил улына, Боҫҡонов Зиннур Ғүмәр улына, Төлкөбаева Таңсулпан Айрат ҡыҙына; судъяларға, аш-һыу әҙерләгән апайҙарға һәм дә спонсорҙарға (Бөрйән районы администрацияһы, ООО “Башлеспром”, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы, ШЭ Ишморатов И.З., “Ҡыпсаҡ лазеры” оҫтаханаһы, Шәмиғолов Илнур, Юлмухаметов Фәнис, Яхин Айҙар, Ғәлин Илфат) оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Ярыш юғары кимәлдә үтте! Етешһеҙлеккә урын булманы! Һеҙгә һаулыҡ, бәхет, ғәилә именлеге теләйбеҙ! Маҡсаттарығыҙға ирешергә яҙһын, уңыштар юлдаш булһын, Аллаһ бирһә!

Баштан алып аҙағына тиклем ҡыҙыҡһынып ҡарап, уҡсыларҙы хуплап йөрөгән Ҡыпсаҡ халҡына “Афарин!”тип әйтергә генә ҡала. Әүҙем, берҙәм, дуҫ булып ҡалығыҙ!

https://vk.com/club196622676 

Автор:
Читайте нас: