Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май 2022, 15:20

Юл хәүефһеҙлеге - үҙебеҙҙән

Автомобиль менән хәрәкәт иткәндә кеше ғүмеренең 99 проценты хәүеф аҫтында, тиҙәр.

Юл хәүефһеҙлеге - үҙебеҙҙән
Юл хәүефһеҙлеге - үҙебеҙҙән

Саҡрымдар буйлап елдергәндә алда ни булырын бер кем дә белмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл ҡағиҙәләрен аңлы йәки аңһыҙ рәүештә боҙғандар, үҙенең һәм башҡаларҙың ғүмеренә хәүеф тыуҙырыуҙан ҡурҡмай, эскән килеш руль артына ултырғандар арҡаһында, юл ҡатламының насар торошо, мал-тыуар, ҡырағай йәнлектәр юлға сығыуы сәбәпле кеше ғүмерҙәренең өҙөлөү осраҡтарына килтергән юл фажиғәләренең иҫәбе-һаны юҡ. Ошондай күңелһеҙ ваҡиғаларҙы мөмкин тиклем кәметергә тырышыу, граждандарҙың юлдағы именлеген тәьмин итеү, аяныслы хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Бөрйән районындағы  бүлексәһе инспекторҙары юлдарҙа именлек булһын өсөн «Иғтибар, балалар!», «Бурыслы», «Автобус»,«Тонировка» операцияларын үткәрәләр. Унан тыш «Урман», «Контрафакт», «Мәк», «Нерест», «Ҡайҙа үлем менән сауҙа итәләр, хәбәр ит!»  операцияларында ҡатнашалар.

Юл инспекторҙарына тейешле мәғлүмәт алыу өсөн барлыҡ техник ҡоролмалар булдырылған.  Рәсәй мәғлүмәт базаһы менән эш итә алған планшет компьютерҙары, тиҙлек һәм тонировканы үлсәү приборҙары, видеорегистраторҙар иҫәпләнә.

Рейдтарға сығыу өсөн өс юл-патруль хеҙмәте автомобиле ҡаралған. Ике сменала, тәүлегенә 12 сәғәт эшләй инспекторҙар. Йома көндө рейдтарға барыһы ла сыҡһа, башҡа эш көндәрендә икешәр хеҙмәткәрҙән торған экипаж көнөн дә, төнөн дә юл хәүефһеҙлеге һағында тора.

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: