Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2022, 16:04

Башҡортостанда 1 майҙан янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

25 апрелдә Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошондай ҡарар ҡабул итте.

Башҡортостанда 1 майҙан янғынға ҡаршы махсус режим индерелә
Башҡортостанда 1 майҙан янғынға ҡаршы махсус режим индерелә

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, үткән аҙнала тәүге ете урман янғыны теркәлгән. Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән райондарында сыҡҡан ут тәүлек эсендә һүндерелгән.

«Бөгөнгә урман янғындары юҡ. Тәбиғәт янғындары сығыуға һәм уларҙың тораҡ пункттарға, баҡсасылыҡ ширҡәттәренә күсеүенә юл ҡуймау өсөн республика биләмәһендә 30 апрелдән махсус бойороҡҡа тиклем янғынға ҡаршы режим индерергә тәҡдим итәбеҙ», – тине Фәрит Ғүмәров.

Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланыуға бәйле 29 апрелдә Белорет районында вертолет ярҙамында тәбиғәт янғынын һүндереү буйынса күнекмә үткәреү планлаштырыла, тип билдәләне ул.

Республика етәксеһе 1 майҙан янғынға ҡаршы режим индерергә ҡарар итте.

«1 майҙан янғынға ҡаршы режим иғлан итеү тураһында документтар әҙерләгеҙ. 30 апрелдә кешеләр зыяратҡа бара, сүп-сарҙан таҙарта. Күптән килгән традициялар бар, шуға шулай эшләрбеҙ», – тине Радий Хәбиров.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-04-25/bash-ortostanda-1-may-an-yan-yn-a-arshy-mahsus-rezhim-inderel-2783429 

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: