

Заманса йәмәғәт киңлектәре, йәшел скверҙар һәм парктар, матур яр буйҙары, уңайлы урамдар, ихаталар. Һеҙҙең ҡалала нимәләр барлыҡҡа килергә тейеш - һайлағыҙ.
Һеҙ объекттар өсөн генә түгел, республикала алдан һайлап алынған дизайн-проекттар өсөн дә тауыш бирә алаһығыҙ.
Нисек тауыш бирергә?
Онлайн-тауыш биреү 02.gorodsreda.ru платформаһында уҙғарыла. Шулай уҡ ирекмәндәргә мөрәжәғәт итеп тә тауыш бирергә мөмкин.
Тауыш биреү «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты буйынса уҙғарыла. Ойоштороусылар: Рәсәй Федерацияһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы.
Территорияларҙы һәм иң яҡшы дизайн-проекттарҙы һайлап алыуҙа Башҡортостандың бөтә 63 муниципаль берәмеге ҡатнаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә Башҡортостанда 2021 йылда - 146, 2019 йылда - 185, 2020 йылда 103 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. 2022 йылғы планда - тағы ла 122 йәмәғәт биләмәләре.