Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2022, 14:33

Сержант Ҡарағолов Хәкимйән Вил улы

Украинала барған махсус операциялар ваҡытында Ҡурғашлы ауылы егете Ҡарағолов Хәкимйән Вил улы тыныс һәм бәхетле тормош хаҡына батырҙарса һәләк булды.

Сержант Ҡарағолов Хәкимйән Вил улы
Сержант Ҡарағолов Хәкимйән Вил улы

Хәкимйән Вил улы 1997 йылдың 10 сентябрендә Бөрйән районының Ҡурғашлы ауылында тыуған.

Ошо ауылда башланғыс мәктәпте тамамлай һәм уҡыуын Байназар урта мәктәбендә дауам итә.

Хәкимйән 11 йәшенә тиклем олатаһы һәм өләсәһе тәрбиәһендә үҫә. Эшкә һәм хеҙмәткә уларҙан өйрәнә. Мәктәптә уҡыған осорҙа үҙен әүҙем уҡыусы итеп таныта. Мәктәп тормошонда, йәмғиәт эштәрендә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә.

Хәкимйәнде класташтары ғына түгел, бөтә мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары, хеҙмәткәрҙәре хөрмәт итәләр һәм яраталар. Зарница уйындарында батальон командиры булыу, Яңы йыл кисәләрендә Ҡыш бабай роле, Һуңғы ҡыңғырау тантанаһында ҡыңғырау шылтыратыу уға ғына ышанып тапшырылған була. Кластағы һәм мәктәптәге бөтә эштәрҙе ойоштороп, уҡытыусыларға ярҙам итеп, бәләкәй класс малайҙарын тәрбиәләп йөрөү уның үҙенә лә бик оҡшаған була, был эштәрҙе ул ҙур теләк менән башҡара.

Хәкимйән спортты үҙ итә. Милли көрәш буйынса уҙғарылған район, зона ярыштарында еңеүҙәр яулай. Газин Йәҙгәр Нәҙир улы исемендәге милли көрәш буйынса ярыштарҙы район кимәленә сығарыуҙа ла ул ойоштороусы була. 2015 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң, ошо йылдың көҙөндә әрме хеҙмәтенә саҡырыла.Тыуған ил алдындағы бурысын Мәскәү өлкәһендәге Наро-Фоминск ҡалаһында намыҫлы үтәп ҡайта. Артабан тормошон хәрби хеҙмәткә бәйләй һәм контракт буйынса хеҙмәтен Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡалаһында орудие командиры вазифаһында дауам итә.

Барлыҡ район халҡы исеменән ата-әсәләренең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.

Ҡаһарман яҡташыбыҙ, тыуған еребеҙҙең лайыҡлы улы – Ҡарағолов Хәкимйән Вил улы кеүек Ватаныбыҙҙы яҡлап, үҙҙәренең хәрби бурыстарын һуңғы һулышҡаса үтәгән егеттәрҙең батырлығы һәм уларҙың ата-әсәләре, ғаиләләре алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ.

Батыр егеттәребеҙ тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр... 

Ғ. Манапов, Бөрйән районы хакимиәте башлығы

Автор:
Читайте нас: