Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2022, 16:48

Гвардия рядовойы Бикбулатов Байегет Рәфис улы

Украинала барған махсус операциялар ваҡытында тағы бер яҡташыбыҙҙы юғалттыҡ. Байегет Рәфис улы 2001 йылдың 21 июнендә Бөрйән районы Яңы Усман ауылында донъяға килә.

Гвардия рядовойы Бикбулатов Байегет Рәфис улы
Гвардия рядовойы Бикбулатов Байегет Рәфис улы

Тыуған ауылында 9 класты тик “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә тамамлағандан һуң, Өфө машиналар төҙөү колледжына уҡырға инә.

Байегет мәктәптә уҡыған сағынан уҡ үҙен бик тырыш һәм һәләтле итеп таныта. Тыныс холоҡло, аралашыусан һәм яуаплы егет булараҡ абруй яулай, уның фекерен класташтары хөрмәт итәләр. Мәктәп, район һәм республика кимәлендәге олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар алыуға өлгәшә.

Сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итә, мәктәптең йыйылма командаһы составында сығыш яһай. Бик күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары һәм сертификаттар – Байегеттең тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Байегет Рәфис улы 2020 йылда Өфө машиналар төҙөү колледжын тамамлап, электр дуғаһы һәм газ ярҙамында иретеп йәбештереүсе (сварщик ручной дуговой сварки плавящимся покрытым электродом, газосварщик) һөнәрен үҙләштерә.

Артабан әрме сафына алына. Ярты йылдан һуң Чита өлкәһендә контракт буйынса хеҙмәтен дауам итеүгә килешеү төҙөй.

Барлыҡ район халҡы исеменән ата-әсәләренең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.

Ҡаһарман яҡташыбыҙ, тыуған еребеҙҙең лайыҡлы улы – Бикбулатов Байегет Рәфис улы кеүек Ватаныбыҙҙы яҡлап, үҙҙәренең хәрби бурыстарын һуңғы һулышҡаса үтәгән егеттәрҙең батырлығы һәм уларҙың ата-әсәләре, ғаиләләре алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ.

Батыр егеттәребеҙ тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр...

Ғ. МАНАПОВ, Бөрйән районы хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас: