Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Апрель 2022, 09:43

"Батарейкалар, бирелегеҙ!"

Районда 4 апрелдән 22 апрелгә тиклем тотонолған батарейкалар йыйыу буйынса экологик акция уҙғарыла.

"Батарейкалар, бирелегеҙ!"
"Батарейкалар, бирелегеҙ!"

Сара 2022 йыл дың 22 апрелендә Бөтә донъя Ер көнөн билдәләү уңайынан Бөрйән районы муниципаль район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты тарафынан үтә.

Маҡсаты: халыҡта экологик мәҙәниәт тәрбиәләү, эшкәртелгән батарейкаларҙың тупраҡҡа һәм һыуға эләгеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән кире эҙемтәләр тураһында мәғлүмәт биреү һәм тирә-яҡ мөхит таҙалығы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо булдырыу.

Акцияла балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, ойошма һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.

2022 йылдың 22 апрелендә 12.00 сәғәттә Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең акттар залында ААА, АА, С, Д,«Таблетка» тибындағы бөтә йыйылған батарейкаларҙы үлсәү һәм иң күп батарейка йыйыусыларҙы тәбрикләү сараһы үтәсәк.

Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: