Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2022, 17:18

Башҡортостанда 2022 йылдың 2-се ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды

1 апрелдә Рәсәй почтаһы 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына 6 000 баҫмаға яҙылыу компанияһын асты, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһе Башҡортостан идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостанда 2022 йылдың 2-се ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды
Башҡортостанда 2022 йылдың 2-се ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды

4 апрелдән 14-нә тиклем компания нәшриәт йорттары менән берлектә 1800 гәзит-журналға, шул иҫәптән 140-тан ашыу Башҡортостанда нәшер ителгән республика, район һәм ҡала гәзит-журналына 30 %-ҡа тиклем ташлама тәҡдим итә.

2022 йылдың икенсе ярты йыллығына баҫма матбуғатҡа Рәсәй почтаһының үҙ каталогы буйынса яҙылырға мөмкин. Почтаның яҙылыу агентлығында 6 меңдән ашыу, шул иҫәптән Рәсәйҙең төрлө халыҡтары телдәрендәге баҫма иҫәпләнә. Баҫмалар араһында - ижтимағи-сәйәси, күңел асыу һәм тар махсуслаштырылған гәзит-журналдар.

Үҙең теләгән баҫмаға Рәсәй почтаһы сайтында йәки мобиль ҡушымтаһында, почта бүлексәләрендә йәки почтальонды өйгә, йә булмаһа, эш урынына саҡыртып яҙылырға мөмкин.

Башҡортостанда йәшәүселәр һәм ойошмалар «Изгелек ағасы» федераль программаһы сиктәрендә социаль учреждениелар адресына матбуғат баҫмаларына яҙылыуға ҡушыла ала. Быны почта бүлексәләрендә һәм Рәсәй почтаһы сайтында һайларға мөмкин.

Районыбыҙҙың «Таң» гәзитенә почта бүлексәләрендә, шулай уҡ, өйҙән сыҡмайынса ғына, rbsmi.ru сайтының «Подписка» https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/  бүлегендә яҙылырға мөмкин.

Хаҡтары:  1 айға – 157 һум 45 тин, 6 айға – 944 һум 70 тин, льгота менән ҡулланыусылар өсөн: 1 айға – 147 һум 43 тин, 6 айға – 884 һум 58 тин.

Шулай уҡ редакциянан килеп алыу юлы менән дә яҙылырға була: 6 айға - 570  һум. Район үҙәгендәге ойошма-учреждениеларға илтеп биреү юлы менән яҙылыу – 600 һум.

Йылдағыса “Таң” гәзитенә яҙылыусылар араһында конкурстар уҙғарасаҡбыҙ. Уйындарҙа ҡатнашыу өсөн гәзиткә 2022 йылдың 6 айына яҙылырға кәрәк.

Гәзиткә яҙылыу һәм уйында ҡатнашыу шарттары тураһында 89053544495, 3-52-85 телефондарына шылтыратып белешергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас: