Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март 2022, 16:30

Йоҡа боҙ. Ҡайҙан хәүеф көтөргә?

Йыл һайын республикала яҙғы боҙға ышанып, кешеләр батып үлә. Ҡомарлы балыҡсылар, мажара эҙләгән сәйәхәтселәр, яр буйында уйнаған балалар, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, ҡазаға тарыуы ихтимал.

Йоҡа боҙ. Ҡайҙан хәүеф көтөргә?
Йоҡа боҙ. Ҡайҙан хәүеф көтөргә?

Нимә эшләргә?

Һыу ятҡылыҡтарындағы һәләкәттәрҙең төп сәбәбе – алкоголь.

Иҫерек кеше ҡурҡыу һәм үҙ-үҙеңде һаҡлау тойғоһон юғалта, реакцияһы әкренәйә, ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта, дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алмай. Эскән килеш һыу буйына йөрөргә бөтөнләй ярамай.

Шулай булыуы ла ихтимал: ҡаршы яҡ ярға сығырға кәрәк, боҙ аша йөрөүҙән башҡа сара юҡ.

Быны нисек дөрөҫ эшләргә?

Бер кеше өсөн боҙҙоң хәүефһеҙ ҡалынлығы – 7 сантиметр, конькиҙа шыуғанда – 12, атлап сығыу өсөн – 15, автомобиль өсөн – 30 сантиметр. Ныҡ боҙ йәшкелт йәки күкшел төҫтә булып, ялтырап тора. Әгәр ул буръяҡ, һоро, тишекле булһа, бик хәүефле. Бындай боҙ, тауыш сығарып сатнамай ғына, ҡапыл ярылыуы ихтимал.

Һыу ятҡылығы аша һалынған һуҡмаҡ йәки саңғы юлы буйлап атлау – хәүефһеҙерәк. Боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән тибеп тикшермәгеҙ, быны таяҡ менән эшләргә тәҡдим ителә. Һуҡҡан ерҙә һыу сыҡһа, тимәк, боҙ йоҡа, уның өҫтөнән йөрөргә ярамай. Һыу ятҡылығының уртаһында булһағыҙ, аяғығыҙҙы яурын киңлегендә ҡуйып, боҙҙан алмайынса ғына шылдырып, кире ярға сығығыҙ. Әгәр күмәк булһағыҙ, бер-берегеҙҙең араһы кәм тигәндә биш-алты метр булһын.

"Республика Башкортостан" нәшриәт йорто

Автор:
Читайте нас: