Ә бит тап ошо көндәрҙә һалҡын тейҙереү хәүефе арта, гормональ үҙгәрештәр һәм хроник сирҙәр, айырыуса гастрит, ашҡаҙан сей яраһы баш ҡалҡыта, авитаминоз, «мине бер кем дә яратмай» ише депрессия төрҙәре күҙәтелә.
Нимә эшләргә?
Яҡындарың тураһында ғына түгел, үҙең хаҡында ла хәстәрлек күрергә кәрәк. Баш кейемен сисмәй түҙегеҙ, әммә саф һауала йышыраҡ йөрөгөҙ, ябай булһа ла витаминдар ашағыҙ, ә инде сирләп китһәгеҙ, оҙаҡҡа һуҙмай табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Әйткәндәй, диспансеризация өсөн бик ҡулай ваҡыт етте. Коронавирус үтә ҡотороп киткән мәлдә был медицина сараһын туҡтатып торғайнылар, әле үтергә мөмкин. Уның барышында бихисап белгестәргә бушлай күренергә, УЗИ һәм башҡа тикшеренеүҙәр үтергә була. Һеҙгә тәғәйен ваҡытты поликлиника регистратураһы йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша белешергә, бер ыңғай яҙылырға ла мөмкин. Диспансеризация өсөн ял көнө бирелә һәм уртаса эш хаҡы һаҡлана. Ә эшләп йөрөгән пенсионерҙар һәм пенсияға сығырға биш йыл ваҡыты ҡалғандар ике көн ялға һәм уртаса эш хаҡына хоҡуҡлы.
ГУП РБ ИД "Республика Башкортостан"
фото: https://asiaplustj.info/news/