Быйыл ҡар күп яуҙы, өҫтәүенә мартта һыуыҡтар булды. Һөҙөмтәлә ер ныҡ туңды, һыуҙы яй һеңдерәсәк, йәғни ирегән ҡар һыуының ер өҫтөнән ағып китеү ихтималлығы ҙур. Синоптиктар ташҡынға бәйле хәл-торош тураһында анығыраҡ күҙаллауҙар менән 25 мартта таныштырырға вәғәҙәләй.
Нимә эшләргә?
Ташҡынға яйлап әҙерләнә башларға кәрәк: йорт тирәһен, һыу ағыу юлдарын таҙаларға; торбаларҙың торошон тикшерергә; ҡапыл һыу күтәрелгән осраҡта ҡайҙа шылтыратыу кәрәклеген белешергә (был хаҡта һеҙҙең хакимиәттә йәки ауыл советында беләләр); көнкүрештәге электр насостарының торошон ҡарарға, биҙрә, көрәк, кәмә йәки һал кеүек ҡорамалдарҙы барларға.
Әйткәндәй, Башҡортостанда ташҡынды күҙәтеү буйынса автоматлаштырылған система булдырылған. Уның ярҙамында һәр кем ғәмәлдәге һыу торошо, гидропостарҙағы хәл менән таныша ала. Телефондың камераһын йәки сканерын куар-кодҡа төбәһәгеҙ, тейешле сайт асылыр.
"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто.