

- Хаҡтар ҡуйыуға, сауҙа өҫтәмәһенән тыш, бер нисә фактор ҙа йоғонто яһай: һорау һәм тәҡдим араһында тигеҙлек, логистика өлөшө, етештереүсенең тауары булыуы, етештереүгә, һаҡлауға, килтереүгә, төрөүгә сығымдар хаҡы һәм башҡалар, - тип аңлатты ведомство башлығы.
Ул продукттың булыу-булмауына йоғонто яһаған тағы бер фактор - халыҡтың ихтыяжы ҙур булыуы хаҡында һөйләне. Сауҙа селтәрҙәре билдәләүенсә, һуңғы бер нисә көндә шәкәргә һорау бер нисә тапҡырға артҡан. Һатыусылар тауарҙы келәттәрҙән алып ҡайтып, кәштәлә урынлаштырып өлгөрмәй.
- Етештереүселәр, дистрибьютерҙар һәм ритейл менән эшлекле осрашыуҙар үткәрҙек. Уларҙың һүҙҙәренсә, ихтыяждың ҙур булыуы арҡаһында улар һатып алынған шәкәр күләмен арттырған. Был кәштәләрҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кәрәкле тауар менән тулыландырырға мөмкинлек бирәсәк, ә тәҡдим менән хәлде тигеҙләү хаҡтар яһалышын тотороҡландыра, - тип өҫтәне Алексей Гусев.
– Ә күберәк файҙа алыу маҡсатында килеп тыуған хәлде намыҫһыҙ файҙаланырға ҡарар иткән баҙарҙың айырым уйынсыларына килгәндә, монополияға ҡаршы Федераль хеҙмәт идаралығы менән берлектә эшләйәсәкбеҙ.