Йәмғиәт
25 Марта 2022, 06:40

Дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин брифинг барышында белдереүенсә, дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ, иң кәрәкле һәм мөһим препараттарға хаҡтарҙың артыуы теркәлмәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡДарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ
Дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ

Дәүләт йәшәү өсөн мөһим препараттарға (800-ҙән ашыу төр) хаҡтарҙы көйләй. Уларға иң юғары хаҡ етештереүсе тарафынан теркәлә һәм Дәүләт дарыу саралары реестрында күрһәтелгән. Ошо исемлеккә индерелгән дарыуҙарҙы рөхсәт ителгәндән юғарыраҡ хаҡ буйынса һатыу тыйылған һәм күҙәтеү органдары контролдә тота. Препараттарҙың исемлеге менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин: http://government.ru/docs/44206/

Был исемлеккә инмәгән препараттарға хаҡтар дәүләт тарафынан көйләнмәй - уларҙың хаҡы конкуренцияны иҫәпкә алып баҙар механизмдарына бәйле.

Автор: