Йәмғиәт
23 Марта 2022, 10:43

Республикала коронавирус йоҡтороусылар һаны 271 меңдән ашҡан

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 706 кешенең COVID-19 йоҡтороуы асыҡланған. Шулай итеп, хәҙер сирлеләрҙең дөйөм һаны 271 537-гә еткән.

Республикала коронавирус йоҡтороусылар һаны 271 меңдән ашҡанРеспубликала коронавирус йоҡтороусылар һаны 271 меңдән ашҡан
Республикала коронавирус йоҡтороусылар һаны 271 меңдән ашҡан

Республиканың оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса, 135 пациент — ковид-госпиталдәрҙә, 15 623 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Коронавирус менән ауырыу осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә.

«Бөтәһе 250 295 кеше һауыҡҡан, 1 615-е — һуңғы тәүлектә», — тип белдерҙе Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре.

Прививка яһау кампанияһы дауам итә. Республикала 2 510 623 кеше — беренсе, 2 383 158-е ике компонентын да алған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-03-23/v-bashkirii-kolichestvo-zabolevshih-covid-19-prevysilo-271-tysyachu-chelovek-2739623 

Автор:
Читайте нас