Йәмғиәт
17 Марта 2022, 11:49

Беҙ бергә!

12 март көндө "Беҙ бергә!" тип аталған акция сиктәрендә ЛДНР республикалары халҡына гуманитар ярҙам йыйыу ойошторолдо.

Беҙ бергә!Беҙ бергә!
Беҙ бергә!

Күмәк көс менән бөтәһе 700 кг тирәһе аҙыҡ-түлек, гигиена кәрәк яраҡтары, кейем-һалым, постель, уйынсыҡтар, канцелярия тауарҙары һәм башҡа әйберҙәр йыйылды.
14 март көндө йыйылған гуманитар ярҙам Өфө ҡалаһында асылған ярҙам йыйыу пунктына алып барып тапшырылды.

Акцияла актив ҡатнашҡан Әбделмәмбәт, Килдеғол, Ҡолғана,Тимер мәктәптәре һәм балалар баҡсаларына, Иҫке Монасип балалар баҡсаһына, Иҫке Собханғол урта мәктәбенә, Һуғыш хәрәкәттәре берлегенә (союз воинских групп района), "Хәрби туғанлыҡ" Ҡыпсаҡ ауылы ойошмаһына, Байназар, Килдеғол, Иҫке Монасип, Әбделмәмбәт, Ғәҙелгәрәй ауылдары ҡатын-ҡыҙҙар советтарына, Тимер, Ҡыпсаҡ, Ҡолғана ауыл хакимиәттәренә;

-ойошма һәм учреждениелар араһында: район Хакимиәте, район үҙәк дауаханаһы, Үҙәкләштерелгән бухгалтерия, Мәғариф бүлеге, "Таң" гәзите редакцияһы, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы филиалы, Юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы, АНО "Атайсал", "Газсервис", Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, Мәсем үҫмерҙәр клубы, Район мәҙәниәт бүлеге (сәнғәт), Күп функциялы үҙәк, Ғаилә үҙәге, МУП "Алағуян", Ветстанция, Мәғлүмәт үҙәге (ИКЦ), Пенсия фонды, Килдеғол ауыл мәҙәниәт йорто һәм ЗАГС хеҙмәткәрҙәренә;

-айырым граждандар: Шәхси эшҡыуар Баязитоваға, Уразаева Әлфиәгә, Григорьева Гөлфиәгә, Аюпова Гөлзирәгә, Билалова Зөлфирәгә, Хәлиуллин Әлфиргә, Алтынбаева Әлиәгә, Исангалин Иҙелгә, Тулыбаев Рушанға, Көмөшбаева Вәсиләгә, Ваһапова Фирҙәүескә, Билалова Нәфисәгә, Усманова Гүзәлгә һәм ошо изге эштә ҡатнашҡан барығыҙға ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!

Һеҙҙең барығыҙға ла сәләмәтлек, эштәрегеҙҙең уң, ғаиләләрегеҙҙең имен булыуын теләп ҡалабыҙ! Донъялар тыныс, күгебеҙ аяҙ, киләсәгебеҙ яҡты булһын!
Артабан да шулай, илдә барған ваҡиғаларға битараф булмай, бер уйҙан, бер фекерҙән булып йәшәйек!

Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Беҙ бергә!
Автор:Берҙәм Рәсәй партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Л.Ш.Тажитова
Читайте нас