Йәмғиәт
4 Марта 2022, 05:44

Миңзәлә апай был исемгә лайыҡлы!

…Тиҙҙән – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Яңы Собханғолда тыуып-үҫкән журналист, шағирә Таңсулпан Рәсүлдең 9 балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырған әсәһе тураһындағы яҙмаһы ӘСӘЙҘӘРҘЕҢ бөйөклөгөнә үҙенсәлекле мәдхиә...

Миңзәлә апай был исемгә лайыҡлы!Миңзәлә апай был исемгә лайыҡлы!
Миңзәлә апай был исемгә лайыҡлы!

"Ҡатын-ҡыҙ - Милләт әсәһе" Бөтә Рәсәй бәйгеһендә, әсәйем, "ҠАТЫН-ҠЫҘ - ӘСӘ" номинацияһында Еңеүсе булды!Әсәйемдең, йәш кенә көйө тол ҡалып, беҙҙе, 9 баланы яңғыҙы үҫтереп аяҡҡа баҫтырған әсәйемдең, был бәйгелә 500 кеше араһынан үтеп, бик әҙҙәр менән финалға сығыуы, еңеү яулауы бик лайыҡлы баһа тип уйлайым...

Әсәйем 32 йәшендә генә ҡорһағындағы тыуып өлгөрмәгән балаһы менән тол ҡала. Көнө-төнө колхозда һауынсы булып эшләп, үҙенең эшсән ҡулдары менән балларына яңы өй һалдырып сығара. Заманына күрә аҡсаһыҙ, ауыр ғына ваҡыттарҙа ла, беҙҙе, бәләкәй генә балларын кейемһеҙ, ас итмәй. Иҫләйем, бәләкәйҙән беҙ, ҙур ғаилә табын артына ултырһаҡ, бер таба ризыҡты һәр кемебеҙ үҙ алдынан ғына ашар, башҡаларыбыҙҙың өлөшөнә инмәҫ инек, берәй тәмлерәк ризыҡ эләкһә лә бөтәбеҙгә лә бүлә инек, һәр ваҡыт, өлкәндәребеҙҙән ҡалған кейемде, ризаһыҙлыҡ белдермәй генә, әсәйгә илтифатлыҡ күрһәтеп кейә инек.
Беҙ үҫкәндә әсәйҙе күрмәнек тә, ул һәр ваҡыт эштә булды. Йәйҙәрен урман араһында, колхоз менән йәйләүҙә йәшәнек. Апайҙарым ун ике-ун өс йәштән ферма һыйырҙарын һауып, баҙыян биҙрәләр менән үлсәгескә һөт ташып, әсәйгә ярҙам итеп үҫте, ул саҡта беҙ бәләкәйерәктәр үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күрә инек, һыуыҡ төшһә бер-беребеҙҙе ҡарап кейендерҙек, иҫ китеп урамда уйнап йөрөмәнек, эшселәр ҡайтыуға сәй ҡуйып, ҡулдан килгән тиклем киске аш әҙерләп ултырҙыҡ. Һәр беребеҙ бик бәләкәйҙән үк салғы тотоп, бесән эшләп үҫтек.

Бесәндең башынан алып, кәбән ослауға тиклем һәр беребеҙ, өлкәндәребеҙ-кеселәребеҙ арымай-талмай эшләнек. Ос һәнәге менән өҫкә яҫмар һелтәй алмағаныбыҙҙа эргә-тирәләге бесәнсе ағайҙарҙан ярҙам һорарға бара инек, ҡайһы берҙә ярҙам итмәһәләр, йә ҡатындары әрләп ебәрһә, илап-ғәрләнеп бөтә кәбәнен дә баллар үҙебеҙ ҡойоп ҡуя инек..аҙаҡ инде, ҡыш еткәс ҡырҙан ҡайтҡан ауылдаштар, кәбәнегеҙҙең башын ел осорған, йә ҡолап ята тиһәләр, әсәй генә түгел, беҙ бәләкәй балалар ҙа, ҡазаның ҙурлығын аңлап ҡайғыра инек. Ғүмеребеҙ бит мал-тыуар араһында үтте, бәләкәйҙән бөтәбеҙ ҙә һыйырын да һауҙыҡ, малға аҙығын да әҙерләнек, мал һуйһалар эсәк-ҡарынын да йыуа белдек, ҡыҫҡаһы, эш рәтенә тиҙ өйрәндек. Ҡыш алдынан утын-бесән алдырыуҙың бар әсеһен дә тол әсәйебеҙ менән бергә татыныҡ. Ҡайһы берҙә яҙға-көҙгә ҡарай утын бөтһә, эргәләге тау ҡырынан үҙебеҙ ҡул менән дә һөйрәп утын ташыныҡ. Шулай итеп, әсәй беҙҙе бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп, тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫлек итеп сыныҡтырып үҫтерҙе.

Хәҙер инде бөтәбеҙ ҙә башлы-күҙле, үҙ донъяларыбыҙ бар, әсәй беҙҙең бөтәбеҙгә лә, яңғыҙмын, аҡсам юҡ тип торманы, гөрләтеп туйҙар үткәреп оло тормош юлына сығарҙы.
Ваҡытында "хәстәрлекле" ауылдаштарҙың һүҙенә төшөп, беҙҙе, туғыҙ баланың яртыһын балалар йортона бирмәй, ауыр булһа ла беҙҙе яныңда ҡалдырғаның өсөн Рәхмәт һиңә Әсәй! Үҙ өлгөңдә, ауырлыҡтарға бирешмәҫлек итеп, эш өйрәтеп, йәшәргә өйрәтеп үҫтергәнең өсөн Рәхмәт!????

Бөгөнгө, күп балалы әсәләр араһындағы "ҠАТЫН-ҠЫҘ - ӘСӘ" булараҡ Еңеүең бик лайыҡлы һәм дөрөҫ баһа!

Миңзәлә апай был исемгә лайыҡлы!
Миңзәлә апай был исемгә лайыҡлы!
Миңзәлә апай был исемгә лайыҡлы!
Миңзәлә апай был исемгә лайыҡлы!
Автор:Таңсулпан Рәсүл
Читайте нас