Йәмғиәт
24 Февраля 2022, 07:20

Башҡортостанда депутаттар ауыл старосталарының вәкәләттәрен киңәйтеү өсөн тауыш бирҙе

Башҡортостанда ауыл старосталарына бер нисә өҫтәмә вәкәләт бирергә тәҡдим ителә. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһында ауыл старосталары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 5-се һәм 6-сы статьяларына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын хупланы.

Башҡортостанда депутаттар ауыл старосталарының вәкәләттәрен киңәйтеү өсөн тауыш бирҙеБашҡортостанда депутаттар ауыл старосталарының вәкәләттәрен киңәйтеү өсөн тауыш бирҙе
Башҡортостанда депутаттар ауыл старосталарының вәкәләттәрен киңәйтеү өсөн тауыш бирҙе

«Старосталар урындағы үҙидара органдарына уларҙың ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса ғәмәли эшмәкәрлегендә булышлыҡ итергә һәм урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса тәҡдимдәр индерергә тейеш. Ауыл биләмәһе, ҡала округы вәкиллекле органынының ауыл мәнфәғәттәренә ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерелгән  ултырыштарында старосталар кәңәшләшеү тауышы хоҡуғы менән ҡатнаша», — тине республика парламенты спикеры Константин Толкачев.

«Старосталар институтының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше алыҫ үткәндәргә барып тоташа, ә республикабыҙҙа тейешле хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе көйләгән закон 2019 йылда ҡабул ителде. Ауыл халҡы араһында мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә әҙер булған әүҙем кешеләр бар, ләкин бының өсөн уларҙың етерлек вәкәләттәре юҡ. Староста статусы уларға шундай хоҡуҡ бирә. Тәҡдим ителгән закон проекты урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе һөҙөмтәлерәк хәл итеү өсөн ошо институтты үҫтереүгә йүнәлтелгән»,  — тине Толкачев.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-24/v-bashkirii-deputaty-progolosovali-za-rasshirenie-polnomochiy-starost-selskih-naselennyh-punktov-2704700

Башҡортостанда депутаттар ауыл старосталарының вәкәләттәрен киңәйтеү өсөн тауыш бирҙе
Башҡортостанда депутаттар ауыл старосталарының вәкәләттәрен киңәйтеү өсөн тауыш бирҙе
Автор:Источник: http://www.bashinform.ru/news/
Читайте нас