Йәмғиәт
22 Февраля 2022, 11:13

Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирҙа "Һеңлекәш" нәфис фильмын күрһәтәсәк

Шишәмбе, 22 февралдә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Александр Галибиндың Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" нәфис фильмын күрһәтәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирҙа "Һеңлекәш" нәфис фильмын күрһәтәсәкБашҡортостан юлдаш телеканалы эфирҙа "Һеңлекәш" нәфис фильмын күрһәтәсәк
Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирҙа "Һеңлекәш" нәфис фильмын күрһәтәсәк

Сара Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында барған ваҡиғаларға арнала.

Кинотаҫмала ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бара. Фильмда украин ҡыҙы Оксананың мәжбүри эвакуацияла ҡалып, башҡорт ғаиләһендә үҙенә яңы йорт табыуы хаҡында бәйән ителә. Фильм Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында Мостай Кәримдең йөҙ йыллыҡ юбилейына ҡарата  Рәсәйҙең билдәле режиссеры Александр Галибин тарафынан төшөрөлгән.

"Бөгөн Донецкиҙа һәм Луганскиҙа барған хәл-ваҡиғаларҙы барыбыҙ ҙа күрәбеҙ. Меңдәрсә ғаилә тыуған ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр. Башҡортостан беренселәрҙән булып ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам ҡулын һуҙҙы. Был Мостай Кәримдең үҙенең китабындағы тасуирлауы һәм кинокартинаның нигеҙенә һалыныуы менән ауаздаш. Беҙ Мостай Кәрим фондына, Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримоваға һәм Тимербулат Олегович Кәримовҡа ҡыҫҡа ваҡыт эсендә фильмды телеканалыбыҙ эфирында күрһәтеүҙе ойошторорға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ", - тине “Башҡортостан”  телерадиокомпанияһы  директоры Рөстәм Зәрәфетдинов.

"Республикабыҙ Луганскиҙағы һәм Донецкиҙағы дуҫтарыбыҙға ярҙам итергә булды. Сөнки ауыр минуттарҙа кешеләр бер-береһенә ярҙам итергә тейеш. Һәр ваҡыт шулай булды, Башҡортостанда изге күңелле һәм ярҙамсыл халыҡ йәшәй бит», - тип белдерҙе фильмда төп ролде башҡарыусы актёр Арыҫлан Ҡырымсурин.

Башҡортостан юлдаш телеканалы "Һеңлекәш" фильмын 22 февралдә 19 сәғәт 40 минутта күрһәтәсәк. Ҡабаттан күрһәтеү алдағы йәкшәмбелә 12 сәғәт 30 минутта күҙаллана.

Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирҙа "Һеңлекәш" нәфис фильмын күрһәтәсәк
Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирҙа "Һеңлекәш" нәфис фильмын күрһәтәсәк
Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирҙа "Һеңлекәш" нәфис фильмын күрһәтәсәк
Автор: