

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, шулай уҡ Көнбайыш Урал дәүләт автомобиль юл хужалығы төбәк-ара идаралығы законһыҙ таксистар менән көрәш буйынса мең ярым самаһы рейд уҙғарҙы. Береһен бөгөн ҡулға алдылар.
Автомобиль тулы пассажирҙар йыйған таксист Өфө ҡалаһынан сыҡҡан ерҙә тотола. Ҡулында праваһы ла була, әммә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре база буйынса тикшергәндән һуң, уның водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булыуы асыҡланған.
Ул быны документын юғалтып, аҙаҡ табып алыуы менән аңлата. “Мин руль артына ултырырға һәм пассажирҙар ташырға ярамағанлығын белмәнем”,- ти ул.
Хоҡуҡ боҙоусының автомобиле штрафтуҡталышта, ә таксист үҙе ҡулға алынған.