Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2022, 12:16

«Бөрйән бал ҡорто» күргәҙмәһенең 10 картинаһы Башҡортостан Милли музейына тапшырылды

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында ғәҙәти булмаған «Бөрйән бал ҡорто» күргәҙмәһе асылды. Проекттың төп геройы – Бөрйән районының ғына түгел, тотош республиканың төп символына әүерелгән бал ҡорто.

«Бөрйән бал ҡорто» күргәҙмәһенең 10 картинаһы Башҡортостан Милли музейына тапшырылды
«Бөрйән бал ҡорто» күргәҙмәһенең 10 картинаһы Башҡортостан Милли музейына тапшырылды
«Хәйерле көн, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Бөгөнгө сара өсөн барыһына ла рәхмәт. Евгений Николаевнаға Башҡортостан тарихы, бөгөнгө күргәҙмәнең символы менән ҡыҙыҡһыныуы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Әлбиттә, республикабыҙҙы Рәсәй, шулай уҡ донъя рәссамдары, сәнғәт эшмәкәрҙәренең күреүен, Башҡортостандан ситтә ижад итеүселәрҙең дә илһамланыуын теләйбеҙ», — тип сәләмләне «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова.

Башҡортостан беҙҙең брендҡа арналған проектты тәүгеләрҙән булып ҡабул итте. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов ҡатнашты.

Проект авторы — билдәле рәссам, Рәсәй художество академияһының почетлы ағзаһы, Рәсәй Рәссамдар ижади союзы ағзаһы, Рәсәйҙең Почёт ордены кавалеры, сәнғәт оҫтаһы Евгения Васильева. Уның эштәре Пьер Карденда (Франция), Татарстан Республикаһының Дәүләт һынлы сәнғәт музейында, Гибеллина ҡалаһының хәҙерге заман сәнғәте музейында (Италия), Кальтаджироне ҡалаһының Епархия музейында (Италия), Ибраһим Кодра фондында (Швейцария) коллекцияларында, шулай уҡ донъяның төрлө илдәрендә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

«Мин башҡорт балы менән ҡыҙыҡһына башланым, сөнки уның тәме бик үҙенсәлекле. Ошо йәһәттән Бөрйән бал ҡорто миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Эштәремде Бөрйән бал ҡортона бағышлау мөмкинлеге тыуған өсөн рәхмәтлемен. Был, тәү сиратта, эш һөйөүсәнлек символы. Тырышлыҡ үҙеңде табырға, донъяны танып белергә ярҙам итә. Мин Бөрйән бал ҡорто менән һоҡланам һәм эштәремде, сағыу буяуҙарҙы күҙгә салынып бармаған бөжәктәрҙең ни тиклем мөһим икәнлеген күрһәтеүгә бағышланым. Улар барыһы ла тормошобоҙға йоғонто яһай бит. Ә Бөрйән балының ныҡ файҙалы һәм тәмле булыуы бәхәс тыуҙырмай. APIMONDIA халыҡ-ара конгресын Өфөлә үткәреү тураһында ҡабул ителгән ҡарар тотош ил өсөн байрам тип иҫәпләйем», — тине күргәҙмә авторы Евгения Васильева.

Евгения Васильева музейға, М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының сәнғәт факультетына, Санкт-Петербургтағы Художество академияһының ғилми-тикшеренеү музейына һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына эштәрен күрһәтеү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.

Тантаналы шарттарҙа картиналар авторы Евгения Васильева һәм Башҡортостан Республикаһы Милли музейының генераль директоры Альбина Ярмуллина 10 картинаны Башҡортостан Милли музейы фондына тапшырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Күргәҙмә апрель аҙағына тиклем эшләй.

Фото:Хәлит Сафин

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-02-01/10-kartin-vystavki-burzyanskaya-pchela-peredany-v-dar-natsionalnomu-muzeyu-bashkirii-2676184

Автор:"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: